МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Тел бәйгеһе үтте

      Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ - башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, моңло тел ул. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ, милләт юғала. Туған телен һаҡлау - һәр кемдең изге бурысы. 30 март көнө Килдеғол ауылы китапханасыһы Искужина Н. уҡыусылар өсөн "Тел бәйгеһе" исемле уйын - ярыш үткәрҙе. "Зирәктәр" һәм "Отҡорҙар" командалары үҙ-ара көс һынашты. Йомаҡтар ҡойоштолар, тиҙәйткестәр әйттеләр, мәҡәлдәрҙе урыҫ теленә тәржемә иттеләр, анаграммалар, шиғыр яҙыу һәм башҡа күп кенә тел тураһында уйындар уйнанылар.

     Кисәнең икенсе өлөшөндә уҡыусыларҙың яратҡан уйыны "Әлләсе" үткәрелде. Уҡысылар бик ҡәнәғәт булып таралыштылар. Сарала 31 уҡыусы ҡатнашты.

         

  

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
4 + 5 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика