МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Әтектә - шиғыр бәйгеһе

      Әтек ауылында Ғаилә йылына арнап “Йөрәк һүҙе” тип аталған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Конкурстың төп маҡсаты башҡорт шағирҙарының ижады менән таныштырыу ине. Бәйгеселәребеҙ туған тел, тыуған ил, иман һәм ғаилә ҡиммәттәренә бағышланған шиғри әҫәрҙәр тәҡдим иттеләр. Кисәлә күренекле башҡорт шағирҙары һәм шағирәләре - Рәми Ғарипов, Ҡәҙим  Аралбай, Назар Нәжми, Рауил Бикбаев, Зәйнәб Биишева, Гөлнур Яҡупова, Ҡадир Даян, Лариса Абдуллина һәм башҡалар ижады урын алды. Барлығы 24 конкурсант көс һынашты.
    Еңеүселәрҙең барыһына ла Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бәйгеселәргә туған телгә булған һөйөүҙәре һәм ихтирамдары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, күңелегеҙҙә илһамлы ижад ҡомары, шиғырҙарға булған һөйөүегеҙ һүнмәһен, һүрелмәһен!

 

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
10 + 1 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика