МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Тәбиғәттең күркен һаҡлайыҡ

      13 апрелдә Бөрйән район үҙәк китапханаһында балалар өсөн Экология йылына арналған “Тәбиғәттең күркен һаҡлайыҡ” исемле шиғыр һәм проза һөйләүселәр конкурсы уҙғарылды. Балаларҙа тәбиғәтҡә ҡарата һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш менән берлектә тәбиғәт тураһында ижад иткән шағир һәм әҙиптәрҙең әҫәрҙәренә балаларҙың иғтибарын йүнәлтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған был сара үҫеп килгән быуында экологик тәрбиә кимәлен үҫтереү һәм таланттарҙы асыуҙы ла бурыс итеп ҡуйҙы.

      Конкурс балаларҙың йәше буйынса ике номинацияға бүленеп үткәрелде. Райондың барлыҡ ауылдарынан да тиерлек килгән утыҙҙан артыҡ бала башҡорт шағирҙарының һәм яҙыусыларының әҫәрҙәрен матур итеп һөйләп ишеттерҙе. Һөҙөмтәлә, 11-15 йәшлек балалар араһында 1-се урынды Килдеғол ауылынан Билалова Азалия, 2-се урынды Байназарҙан Имәнғолова Диана, 3-сө урынды Яңы Усмандан Мәжитов Сынтимер менән Ишморатова Гөлзифа һәм Ғәлиәкбәрҙән Ғәбитова Луиза яуланы. 15-17 йәшлек балалар араһында 1-се урын Әбделмәмбәт ауылынан Ҡасимова Ҡәҙриәгә, 2-се урын Байназарҙан Мөхәмәдйәнова Гөлзирәгә, 3-сө урын Әтектән Алғазина Ильмира менән Аҫҡар ауылынан Ғәбиҙуллина Аҡсәскәгә бирелде. Конкурста үҙҙәре ижад иткән шиғырҙар менән сығыш яһаған Йәнбирҙин Риф, Моратшина Зилиә һәм Мөхәмәдйәнова Гөлзирә махсус призға лайыҡ булды. Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр алып һәм бәйгелә ҡатнашҡан һәр кем “Конкурста ҡатнашыусы” дипломын алып ҡыуанды.

 

                 

        

 
 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 6 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика