МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Тәбиғәт –тиңһеҙ хазина

       26 ғинуарҙа Байназар ауыл китапханаһында  «Тәбиғәт –тиңһеҙ хазина» исемле түңәрәк өҫтәл үтте.  Сараға ауыл хакимиәте башлығы Салауатов А.З., ауыл советы депутаттары Зайнуллина Н.Ә.,Валеев Н.Ф.,ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары ,ауыл тормошона битараф булмаған ауылдаштар йыйылды. Түңәрәк өҫтәл киләсәк йәш быуындың Р.Ураҡсина,Ҡ.Әлибаев,Ф.Ғөбәйҙуллина,Г.Юнысова әҫәрҙәре аша, оло быуынға, мөрәжәғәте менән башланып китте.КөнһылыуҠотлобаева тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре,Рәшиҙә Дауытова беҙҙең көнкүрештә ҡулланған әйберҙәрҙең ҡалдыҡтарын  эшкәртеү тураһында бәйән итһә,ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары,депутаттар ауылда сүп-сар түгеүҙе,экологик өмәләрҙе ойоштороу буйынса көнүҙәк мәсьәләрҙе  күтәреп сыҡтылар. Сараға Гөлзирә Мөхәмәтйәнованың  тыуған яҡҡа бағышланған  йыры йәм генә  өҫтәне.Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар ,тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау буйынса төрлө саралар күҙаллап, рух күтәренкелегендә таралышты.

                                              

                                           

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
11 + 6 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика