МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

“Тамаша” – Бөрйәндә

      Ноябрь айында район халҡы “Тамаша” журналының редакторы, райондашыбыҙ драматург Сөләймән Латыпов менән осрашты. Был осрашыу район үҙәк китапханаһында ла булып үтте. Унда Иҫке Собханғол ауылы ағинәйҙәре, район үҙәк һәм балалар китапханалары хеҙмәткәрҙәре, “Мираҫ” халыҡ фольклор ансамбле, почта бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Район ағинәйҙәре етәксеһе Рәшиҙә Ғизәтуллина “Тамаша” журналының ни тиклем файҙалы һәм кәрәкле булыуы хаҡында һөйләп үтте һәм килеүселәрҙе был журналға яҙылырға саҡырҙы. Сөләймән Латыпов үҙенең сығышында  журнал тураһында һөйләне. “Подписка буйынса төрлө райондарҙа йөрөргә тура килә. Минең райондаштарым “Тамаша”ға яҙылыуҙа ярҙам итер, тип ышанам,”- тине ул.

      Осрашыу “Мираҫ”тарҙың йәнле сығышы һәм күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.

                      

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
13 + 1 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика