МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Талҡанда бар ҙур сихәт

        Талҡан - туҡлыҡлы, көс биреүсе, дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған ризыҡ. Был милли ризыҡты тап боронғоса, үҙенә генә хас алымдар менән ҡыҙҙырып, уны ағас тирмәндә тартып эшләгән талҡандың тәме лә, шифаһы ла, көсө лә бик ҙур. 10 март Исламбай ауыл китапханаһында ата-бабаларҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, ҡурмас, талҡандың ни тиклем файҙалы булыуын, милли ризыҡтарыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында «Талҡанда бар ҙур сихәт» исемле талҡан байрамы үткәрелде. Был йола байрамына 1 һәм 4 класс уҡыусылары саҡырылды. Борон игендәр өлгөрөп, көлтәләр бәйләнгәс, ашлыҡтар урылып бураларға һалынғас, халыҡ бер-береһенән арттырып, “Кемдеке тәмлерәк булыр” тип, ярышып ҡурмас ҡурғандар, талҡан эшләгәндәр. Был күренеште ауылдың әүҙем ағинәйҙәре Ракия Зиннур ҡыҙы һәм Сәғиә Хәмит ҡыҙы матур итеп балаларға һөйләп, эшләп күрһәттеләр. Милли ризыҡтың файҙаһы тураһында, кескәйҙәргә бик күп мәғлүмәт еткерҙеләр. Талҡан эшләүҙе кескәйҙәрҙең тәүге күреүҙәре ине, шуға ла улар ҡыҙыҡһынып малайҙар тирмәндә талҡан тартһа, ҡыҙҙар иһә талҡанды майҙа, һөттә әүәләп, тупсыҡтар яһанылар. Кескәй дуҫтарыбыҙ файҙалы, тәмле талҡан менән сәй эсеп, уйнап таралыштылар. Киләсәктә сифатлы, шифалы, дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған талҡан ризыҡтары һәр саҡ табыныбыҙҙың түрен биләр, иң яратҡан ризығыбыҙға әүерелер.

 

 

                                                                               

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
4 + 4 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика