МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Әсәйҙәр бер генә-ҡәҙерен бел генә

        Әсәйҙәр ерҙә иң ғәзиз, яҡын  кеше. Сөнки ул беҙҙе тыуҙырған, күкрәк һөтөн имеҙгән, йыр көйләп бишектә тирбәткән, беренсе йылмайыуҙы күреп ҡыуанған, туған телде өйрәткән, халыҡ моңон күңеленә һеңдергән. Әсәйҙәрҙең беҙгә ҡылған изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң? Шуға күрә әсәйҙәрҙе хөрмәт итеп, байрам менән ҡотлау өсөн Аҫҡар ауыл мәҙәнәт йортонда мәктәп менән берлектә “Әсәйҙәр бер генә, ҡәҙерен бел генә” исемле  байрам сараһы үткәрелде. 1-3 класс уҡыусылары һәм уларҙың әсәйҙәре ҡатнашлығында ойошторолған был кисә ҙур бер матур байрамға әүерелде. Балаларҙың ҡәҙерле әсәйҙәренә арнап ятлаған шиғырҙары, йыр-моңдары, дәртле бейеүҙәре  ғәзиздәренә байрам бүләге булып яңғыраны. Ә инде әсәйҙәрҙең моңло йырҙары, бәләкәстәре менән берлектә бейегән “Сәскәләр һәм күбәләктәр” бейеүе кисәгә тағы ла йәм өҫтәне. Шулай уҡ уҡыусыларҙың ҡыҙыҡлы көләмәстәре, инструменталь ансамбле тамашасылар күңеленә хуш килде. Әсәйҙәргә дан йырлаған был  күңелле сара барыһына ла бик оҡшаны.

                                  

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
4 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика