МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

        30 октябрь – Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
        Илебеҙҙең ҡыҙыл менән яҙылған тарихи даталарынан тыш, ҡайғылы Хәтер көндәре лә бар. Шуларҙың береһе – Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. Репрессия – тарихыбыҙҙың иң аяныслы биттәренең береһе. Советтар Союзында 1937-1938 йылдарҙа 1 миллион 700 мең кеше нахаҡҡа хөкөм ителә, 725 меңе атып үлтерелә. Башҡортостанда 50 меңдән ашыу кеше халыҡ дошманы булараҡ ғәйепләнә, тиҫтәләрсә мең кешене, “кулак” мөһөрө һуғып, ситкә һөрәләр. Нахаҡҡа хөкөм ителгәндәр 1994 йылдан һуң ғына федераль ҡанунға ярашлы аҡлана. 2000 йылда республикала сәйәси золом ҡорбандары хәтеренә һәйкәл ҡуйылды. Улар хаҡында мәғлүмәттәр тупланған «Хәтер китабы» баҫылып сыҡты.
        Китапханаларҙа ла был дата билдәләнеп китте. Мәҫәлән, үҙәк район китапханаһы уҡыусылар иғтибарына репрессиялар тураһында документаль фильм тәҡдим итте. Фильмды онлайн китапхана битенән ҡарарға була. Иҫке Монасип ауылы китапханаһында күргәҙмә эшләнде һәм китапхана битендә репрессия тураһында мәғлүмәт бирелде. Иҫке Мөсәт китапханаһы битендә лә  с
әйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә мәғлүмәт менән танышырға була.

   

                                                               

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
3 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика