Әтек ауылы китапханаһы Халыҡ-ара Әсә көнө уңайынан "Әсәйем ҡәҙерлем" исемле онлайн шиғыр һөйләүселәр конкурсы үткәрҙе. Күпме яҙыусылар, шағирҙар әсәйҙәргә рәхмәтле булып шиғырҙар, йырҙар яҙалар. Китапхана ҡулланыусылары ла оло йөрәкле, изге күңелле, сабыр холоҡло әсәйҙәрҙе шиғри юлдар аша ҙурланы, дан йырланы. Конкурс 14 ноябрҙан - 27 ноябргә тиклем дауам итте. Бәйгелә һәр кем ҡатнаша алды, йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Конкурста ҡатнашыу өсөн үҙҙәре яҙған йәиһә башҡа авторҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләнеләр һәм Әтек ауылы китапханаһы төркөмөнә ебәрҙеләр. Конкурста ҡатнашыусыларға дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.