МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Супер өләсәйҙәр

      29  октябрь - Аҫҡар, Исламбай, Брәтәк ауылында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Супер өләсәй” исемле конкурс уткәрелде. Үҫеп килеүсе быуынға ололар иғтибары кәрәк. Йылы һүҙҙәре менән ҡанат ҡуйырҙай миһырбанлы ла, мәрхәмәтле лә, изгелекле лә өләсәйҙәре янында саҡта балалар үҙҙәрен икеләтә бәхетле тоя, эшкә, тәртипкә өйрәнеп үҫә. Ысынлап та, “өләсәй” тип әйтеү уҙе ҙур бәхеттер ул. Өс ауылдан йыйылған өләсәйҙәр үҙҙәренең  ейән-ейәнсәрҙәре менән бына шулай бәйгегә сыҡтылар. Бәйгенең беренсе шарты булып - һәр ҡатнашыусы уҙе менән таныштырыу ине. Һәр бер өләсәй уҙен  бик үҙенсәлекле итеп таныштырып сыҡты. Артабан инде өләсәйҙәр  “Өләсәй һыйы – тәмле һый” исемле аш-һыу серҙәре менән уртаҡлашыу, йыр-моңға һәләт күрһәтеү, өләсәйҙәрҙең ейән-ейәнсәрҙәренә әйтер изге теләктәре,  “21 быуат өләсәйе” исемле мода курһәтеү кеүек ярыштарҙа  үҙҙәрен һынап ҡаранылар. Йыр-бейеү, өләсәйҙәр тураһында матур -  матур шиғырҙар менән аралашып барған был конкурс тамашасыларға бик тә оҡшаны. “Иң һәләтле өләсәй” - Рәмилә Мырҙабулатова, “Иң моңло өләсәй” - Фәйрүзә Хайбуллина, ”Иң тәмле бешереүсе” - Миләүшә Хайбулина, “Иң оҫта телле өләсәй” -   Нәфиә Хайрулина,   “Замана өләсәйе” - Ғәфүрә Йәрмөхәмәтова, “Иң уңған өләсәй” - Хәлиҙә Кәримова тип билдәләнде.  Ә инде бәйгенең төп бүләге “Супер өләсәй” исемен Аҫҡар ауылынан Рәмилә Мырҙабулатова ейәнсәре Вилена менән яуланы. Был күңелле сара сәй табыны менән тамамланды.

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
2 + 8 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика