МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Сәсәндәр һүҙе - ҡылыстың үҙе

      Кем ул сәсән? Сәсән — ул һүҙ оҫтаһы, халыҡ шағиры һәм йырсыһы, үткәндәр хаҡында һөйләүсе тарихсы. Сәсән­дәр халыҡтың тормошон сағылдырған, халыҡ дошмандарын асып биргән, халҡыбыҙҙы донъя кимәленә күтәргән, кәрәк саҡта йор һүҙҙәре менән илебеҙҙе берләштереп яҡтылыҡҡа, яҡшы­лыҡҡа әйҙәгән. Башҡортостан борон-борондан ил данын һаҡлаусы ал бирмәҫ батырҙар, ил рухын яҡлаусы йырсы - сәсәндәр, аҡһаҡалдар, ил инәләре менән дан тотҡан. Үткәндәр менән ғорурланып ҡына йәшәү етмәй, ә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге мираҫты онотмай, бөгөнгө көндә йәш быуынға һәм киләсәк быуынға еткереү беҙҙең төп бурысыбыҙ. Ошо маҡсатта Исламбай ауыл китапханаһында, Сәсән, шағир Сабирйән Мөхәмәтзәкир улы Мөхәмәтҡоловтың тыуыуына 130 йыл тулыу уңайынан уҡыусылар өсөн “Сәсәндәр һүҙе - ҡылыстың үҙе” тигән әҙәби сәғәт үтте. Уҡыусылар сәсәндең тормош юлы, ижады менән таныштылар.

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
12 + 4 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика