МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

«Сәнғәт төнө» бөтә Рәсәй акцияһы

         4 ноябрҙә Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Сәнғәт төнө» мәҙәни акцияһы үтте . Быйылғы акцияның слоганы — «Сәнғәт берләштерә». 3 ноябрҙә  Бөтә Рәсәй мәҙәниәт акцияһы сиктәрендә район китапханаларында  мәҙәниәт һәм музей  хеҙмәткәрҙәре менән берлектә  мәҙәни саралар үтте.

         Үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре  Урал аръяғы агросәнғәт колледжы студенттары өсөн “Сәнғәткә һөйөү менән” тип исемләнгән осрашыу ойошторҙолар.  Сараға Камил Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең һынлы сәнғәт класы уҡытыусыһы Таңһылыу Ғимранова килде. Ул үҙе эшләгән селтәр, ҡашмау, стилләштерелгән һаҡалды алып килгәйне. Таңһылыу Кәрим ҡыҙы милли биҙәүестәрҙең үҙенсәлектәре, эшләнеү тәртибе тураһында һөйләне, һәр биҙәк, таш, тәңкәне дөрөҫ һайлау һәм урынлы файҙаланыуҙың мөһимлеген аңлатты. Мөхтәр Сәғитов музейы директоры Рәсилә Иҫәнғужина халыҡ көнкүреше әйберҙәрен, кейем-һалымды биҙәү өсөн ҡулланылған милли биҙәктәр, орнаменттар тураһында бәйән итте. Һуңынан студенттар халыҡ ижады, тарих, әҙәбиәт буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.

         Килдеғол ауыл китапханаһы ла  мәҙәниәт йорто менән берлектә "Сәнғәт төнө" акцияһы сиктәрендә балалар һәм ололар өсөн мәҙәни саралар үткәрҙеләр.  Акцияны асып, китапханасы Нәзилә Исҡужина  уҡыусыларға Берҙәмлек көнөнөң тарихы тураһында, "Сәнғәт төнө" акцияһы тураһында һөйләне. Артабан 4 - се класс уҡыусыһы Көмөшбаева Розалия үҙенең иптәштәренә закладкалар эшләү буйынса мастер-класс үткәрҙе. Закладкаларҙы "Йоморо икмәк" әкиәтенең персонаждары - айыу, бүре, төлкө, ҡуян, йоморо икмәк формаһында эшләп күрһәтте . Акцияныны дауам итеп "Беҙ бергә - беҙ көслө" исемле КВН ойошторолдо. "Йондоҙҙар.ру" һәм "Сникерсни" командалары конкурстарҙа, уйындарҙа бик ихлас ҡатнаштылар, һорауҙарға яуап бирҙеләр. Балалар өсөн акция күңелле дискотека менән тамамланды.

         Ҡолғана ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә акцияға ихлас ҡушылдылар. Вәлиева Ғәлиә Ҡаһир ҡыҙы етәкселегендә 1-се класс уҡыусылары тарафынан "Умырзая" әкиәте сәхнәләштерелде, уйындар ойошторолдо. Ололар өсөн "Әлләсе" уйыны уҙғарылды. Унда ике команда көс һынашты. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәткә сығып "Беҙ ауылдың шәп ҡатындары" командаһы тәүгеләрҙән булып Өфө ҡалаһына барып еттеләр, "Йылмайыу" командаһы ла бер аҙға ғына ҡалышып бик яҡшы уйнанылар. Командалар ҡаршы командаға музыкаль күстәнәс әҙерләп бүләк иттеләр. Һәр кем уйындан яҡшы кәйеф, күңелле уй-хистәр алып таралышты.

         Әтектә лә  «Сәнғәт төнө» уҙҙы. Уҡыусылар Әтек ауылы китапханаһында “Башҡорт халыҡ сәнғәте” исемле китап күргәҙмәһе  менән таныштылар. Сәнғәттең иң халыҡсан төрө – ул йыр сәнғәте. "Йыр һәр кемдең үҙе менән йәшәй. Уны шатланғанда ла, моңланған саҡта ла, күңел килгәндә, теләгән ваҡытта, теләгән ерҙә йырларға, һис тә булмаһа, эстән генә көйләргә мөмкин", – тигән арҙаҡлы ғалим, фольклорсы Салауат Ғәлин. Шуға күрә  ауыл халҡы менән үҙебеҙҙең райондың  йырсылары  менән таныштырыу маҡсатында “Йырын һәм башҡарыусыһын тап” исемле музыкаль - викторина үтте.”Әкиәттәр иленән” бүләктәрен  алып килгән Буратино иң –иңдәрҙе күстәнәстәре менән ҡыуандырҙы. Шулай уҡ 100 гә яҡын шиғырҙар ижад иткән, Исанғаҙы ауылында тыуған яҡташыбыҙ Йәнгирова Фирүзә Миңлебай ҡыҙының “Мөғжизәле донъя”,”Тыуған ерем”,”Тау сейәһе”,”Бөрйән ҡыҙы” һ.б шиғырҙары уҡылды. Сара “Берҙәмлектә беҙҙең көс” исемле концерт менән дауам итте.

         Аҫҡар ауыл китапханаһы ла “Сәнғәт төнө-2018”акцияһына ҡушылып,үҙенең китап уҡыусыларын серле лә,мауыҡтырғыс та сәнғәт доньяһына сәйәхәткә саҡырҙы.”Сәнғәт беҙҙе берләштерә” девизы аҫтында үткәрелгән был сарала олоһо ла,кесеһе лә теләп ҡатнашты. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн ойошторолған төрлө пазлдарҙан һүрәттәр төҙөү,тиҙ арала ҡырҡылған картиналарҙы эшләү, ҡағыҙҙан ябай ғына, әммә ҡыҙыҡлы төрлө уйынсыҡтар ҡырҡыу, шашка-шахмат уйындары кескәйҙәргә бик тә оҡшаны. Артабан 6 класс уҡыусыларына билдәле сәнғәт өлкәһендәге шәхестәргә арнап «Сәнғәт күгендәге йондоҙҙар” исемле викторина үткәрелде. Балалар ошо өлкәгә   ҡағылған һорауҙарға яуап табып, үҙҙәренең белемдәрен күрһәттеләр. Сәнғәтте беҙ йыр-моңһоҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Шуға күрә лә “Был ниндәй көй?” (Угадай мелодию) исеме аҫтында йыр-моңға ғашиҡтар өсөн уйын үткәрелде. Был уйында ҡатнашыусылар төрлө өлкәләр - “Мөхәббәт”,”Тәбиғәт”,”Тыуған ил”,”Бейеү көйҙәре”,”Әсәйҙәргә арналған йырҙар”,”Төрлөһөнән” йырҙарҙы танып көс һынаштылар. Дүрт турҙы ла уңышлы үтеп Зәбирә Харрасова еңеүсе тип танылды.Шулай уҡ тамашасылар өсөн “Серле биҙәктәр” исемле бисерҙан төрлө әйберҙәр эшләү оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. Ябай ғына мәрйендәрҙән шундай матурлыҡ килеп сығыуын тамашасылар  һоҡланып күҙәтте. Барыһын да бергә берләштергән был йәнле “Сәнғәт төнө”бөтәһенә лә бик оҡшаны.

         Ғәлиәкбәр ауыл китапханаһында “Сәнғәт төнө” акцияһы сиктәрендә балалар  өсөн мәҙәни саралар үтте. Сарала блаларға Берҙәмлек көнөнөң тарихы, "Сәнғәт төнө" акцияһы тураһында һөйләп кителде. Артабан һүрәт төшөрөүгә әүәҫ балалар өсөн “Мин һәм тәбиғәт”, йыр – моңға ғашиҡ балаларға “Моңдар иле”, ә инде шашки, шахмат уйындары яратҡандарға “Серле шаҡмаҡ” туҡталыштары эшләне. Сара балаларҙың  яратҡан флешмоб бейеүҙәре менән тамамланды. Балалар бик әүҙем ҡатнашты.

 

  

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
2 + 3 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика