МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Сәнғәт төнө - 2019

        2 ноябрь  "Сәнғәт төнө - 2019" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Ғәлиәкбәр ауыл китапханаһында төрлө саралар үтте.  Балалар мөғжизәле әкиәт иленә сәйәхәт иттеләр. Унда уларҙы төрлө әкиәт геройҙары һәм һынауҙар көтә ине. Батыр әтәс “Таныш булайыҡ”, “Нисек йәшәйһегеҙ” уйындары уйнатты, Ҡыҙыл Ҡалпаҡ викторина һорауҙары әҙерләгән һәм сәскәләр букеты эшләтте, Буратино “Ярата – яратмай ”(әйткән әйберҙе яратһалар – сәпәкәй итәләр, әгәрҙә яратмаһалар – тыпырлаталар) уйыны әҙерләгән, Буратиноны эҙләп килгән Мальвина “Эҫе – һыуыҡ” уйыны уйнатты, пазлдар төҙөттө. Уйын – көлкөнө ишетеп килгән Мәскәй әбей балаларға “Зверобика – һин ҡабатла” уйыны уйнатты (Мәскәй әбей күрһәтә, балалар уның артынан ҡабатлай). Сара күңелле үтте һәм балаларға оҡшаны.

                                                                                  

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
3 + 9 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика