МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Әсәләр нур сәсәләр

          Район китапханаһы тарафынан Әсәләр көнөнә арнап, Ағиҙел мәктәбендә “Әсәләр нур сәсәләр” тип аталған әҙәби-музыкаль кисә үткәрелде. Кисә барышында яҡташ шағирәләребеҙ Таңһылыу Ҡарамышева һәм Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның әсәләр тураһында яҙылған шиғырҙары уҡылды. Артабан уҡыусы балалар араһында әсәләргә арнап шиғыр һәм йыр бәйгеһе ойошторолдо. 5-се кластан алып 9-сы класҡа тиклем балалар был бәйгелә бик әүҙем ҡатнашып, әсәйҙәр тураһында башҡортса һәм русса бик матур шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. Уларҙың һәр береһе кескәй генә бүләктәр менән бүләкләнде. Барлыҡ әсәләрҙе һәм уҡытыусы-әсәйҙәрҙе ҡотлау маҡсатында ойошторолған был кисә бик матур үтте.

                                                                                                                                        

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика