5 февраль Әтек ауыл китапханаһында "Синыф менән китапханаға!" исемле эстафета старт алды. Эстафетаның шарты буйынса уҡыусылар, класс етәксеһе менән бергәләп китапханаға киләләр һәм башҡа синыф уҡыусыларын саҡырырға тейеш. Бөгөн китапханаға Фән һәм технологиялар йылына арналған сараға Хакимова Айгизә Мансур ҡыҙы етәкселегендә 1,3 класс уҡыусылары килде. Улар өсөн "Фән һәм техника донъяһы" исемле уйын сәйәхәт үткәрелде.
"Синыф менән китапханаға!" исемле эстафета дауам итә. 1,3 класс уҡыусылары артабан кемдәрҙе китапханаға саҡырыр, ошо көндәрҙә белербеҙ! Китапханаға килегеҙ, дуҫтар, унда һеҙҙе ҡыҙыҡлы китаптар, мауыҡтырғыс саралар көтә!