МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Шәйехзада Бабич рухы беҙҙең йөрәктәрҙә

    2 ғинуар Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулды. Үҙенең киң билдәле "Ғәскәр доғаһы" шиғырында шағир:
         Намыҫ өсөн, тәңрем, йәндән кисәм,
         Килтер вәғәҙә... Ҡөҙрәт ҡулың бир!
         Башҡортостан иҫән ҡала тиһәң,
         Бер йәнемә миллион үлем бир! –
тип яҙа. Был юлдар, әйтерһең, күрәҙәлек итеп әйтелгән: Башҡортостан Автономияһын раҫлап ҡул ҡуйыуға биш көн үтеүгә шағир вәхшиҙәрсә һәләк ителә. Ҡан менән, йыры менән башҡорт иленең азатлығы өсөн ҡорбан булған атаҡлы шағирыбыҙ ул Шәйехзада Бабич! Башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре менән таныштырып барыу маҡсатында 2 ғинуар Исламбай ауыл китапханаһында 3-10 класс уҡыусылары өсөн "Шәйехзада Бабич рухы беҙҙең йөрәктәрҙә" исемле китапхана дәресе үтте. Балалар уның ижады, тормошо, эшмәкәрлеге, шиғырҙары, ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә лә ҙур эштәр атҡарыуын һәм шулай уҡ уның исемен мәңгелләштереү йәһәтенән ниндәй эштәр башҡарылыуы менән таныштылар. Маһира апайҙарының "Беҙ", "Халҡым өсөн" шиғырҙарын уҡыуы кисәне тағы ла йәмләндереп ебәрҙе. Һуңынан балалар күңелле уйындар уйнап таралыштылар.

  

                                                                         

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
4 + 5 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика