МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте

       28 октябрь Исламбай ауыл китапханаһында яҡташыбыҙ, билдәле шағир Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнап мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, уҡытыусылар араһында "Ижад емештәремде ҡалдырҙым һеҙгә, юғалта күрмәгеҙ берҙә!" исемле шиғыр һөйләүселәр конкурсы үткәрелде. Илһам, рух байрамына майҙан тоторға, шағирҙың йөрәк түренән сыҡҡан ижад емештәрен тамашасыларға еткерергә тип, 16 бәйгесе сәхнәгә сыҡты. Улар халыҡсан шағирыбыҙҙың шиғырҙарын бер уҡыусы менән сәхнәгә сығарҙылар. Бөрйән еренең матурлығын, тәбиғәттең гүзәллеген, халҡының ябайлығын маҡтап йырлаған шағирҙың шиғырҙары тамашасы күңелен берсә уйландырҙы, берсә һоҡландырҙы, берсә тетрәндерҙе. Һәр бәйгесенең шиғыры күңел ҡылдарын сыңлатырлыҡ, зиһендәрҙе уятырлыҡ көскә эйә булды. Баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлап алыуы еңелдән булманы. Ололар араһынан 1-се урынға Маһира Хәйбуллина, 2-се урынға Раушания Ғәлиуллина, 3-сө урынға Хәлиҙә Ғәлиуллина лайыҡлы тип табылды, ә балалар араһынан 1-се урын Алик Ғәлиуллин, 2-се урын Әлфинә Әхмәтйәнова, 3-сө урын Илһам Кәримов лайыҡлы тип баһаланды. С.Ғәбиҙуллиндың әҫәрҙәрендә Бөрйәндең һәр үләне һөйләшә, һәр сәскәһе һағышлана, һәр ағасы һыҙлана кеүек. Ошо хистәрҙе бәйгеселәребеҙ тамашасыларға еткерә алдылар тигән ышаныста ҡалабыҙ.

                                                                 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
4 + 6 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика