МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Шиғриәт – ул үҙе бер дәүләт

        Баймаҡ колледжының Бөрйән филиалында “Шиғриәт – үҙе бер дәүләт ул, шул дәүләттең шағир батшаһы” тигән исем аҫтында әҙәби кисә булып үтте. Колледжға райондың шағирҙары, “Баҙал” берекмәһе ағзалары – Булат Усманов,Cәрүәр Ғәләүетдинов, Айһылыу Ғарифуллина, Зәйтүнә Айытбаева, Мөнир Фәйзуллин, Гүзәл Һырлыбаевалар саҡырылды. Улар һәр береһе сығышында үҙҙәренең ижадтары  менән таныштырып, шиғырҙарын уҡып ишеттереп үтте. Үҙәк китапхана китапханасыһы С.Ишдәүләтова беҙҙең райондан сыҡҡан шағирҙарҙың китаптарынан торған күргәҙмә ойошторҙо һәм уға байҡау яһаны. Кисәлә ҡатнашыусылар шағирҙарҙан үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды.

        Студенттар килгән һәр шағирға үҙҙәре яһаған сувенирҙарын бүләк итте.

        Бай йөкмәткеле шиғриәт кисәһе бик матур һәм фәһемле үтте.

                       

          

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
11 + 7 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика