МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Шиғриәт көмбәҙендә нурлы ла, моңло ла, йырлы ла йондоҙҙар

 

     17 март көнө Әтек ауылы китапханаһында Халыҡ-ара шиғриәт көнөнә арналған “Шиғриәт көмбәҙендә нурлы ла, моңло ла, йырлы ла йондоҙҙар” исемле шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Был сара уҡыусыларҙы Бөрйән районы шағирҙарының шиғриәт ижады менән таныштырыу, әҙәбиәткә һәм уҡыуға йәлеп итеү маҡсатында ойошторолды. Барлығы 26 бәйгесебеҙ сәхнәгә сығып үҙҙәрененең шиғриәткә булған һөйөүҙәрен белдерҙеләр. Сарала Айһылыу Ғарифуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина,Таңһылыу Ҡарамышева, Сәрүәр Ғәләүетдинов, Самат Ғәбиҙуллин, Мөнир Ишбулатов, Таңһылыу Баһаутдинова, Инсур Артур һәм башҡа билдәле шағирҙарҙың Башҡортостанға, тыуған яҡҡа арналған шиғырҙары яңғыраны. Баһалама ағзалары ҡатнашыусыларға ғәҙел баһа биреп, еңеүселәрҙе билдәләп, Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Бәйгеселәргә, уларҙы әҙерләгән ата- әсәләргә, уҡытыусыларға һәм туған телгә булған һөйөү һәм ихтирамдары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, яулайһы яңы үрҙәр теләйбеҙ.

 

                

                        

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
13 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика