МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Шағир Ғәлимов Сәләм Ғәлим улы тыуыуына 110 йыл

      18 ғинуар башҡорт шағиры, журналист һәм ғилми хеҙмәткәр Ғәлимов Сәләм Ғәлим улы тыуыуына 110 йыл тулды. Район үҙәк китапханаһы шағирҙың юбилейы айҡанлы онлайн викторина ойошторҙо. Ғәлимов Сәләмдең тормошо һәм ижадына арналған викторинала 48 кеше ҡатнашты. 

       Ғәлимов Сәләм 1911 йылдың 18 ғинуарында Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Тәгеш ауылында тыуа. Атаһы бик иртә үлеп китә, әсәһе ҡулында тәрбиәләнә. 1924 йылда Һары мәктәбенә уҡырға инә, аҙаҡтан белемен Арғаяш мәктәбендә дауам итә. 1928-1930 йылдарҙа уҡытыусы булып эшләй. 1930 йылда "Башҡортостан" гәзитенә эшкә саҡырыла. 1933-1937 йылдарҙа Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Студент саҡтарында уҡ яҙыша башлай. "Өс йыр"," Ғүмер", "Һәйкәл", " Республика иртәһе" кеүек әҫәрҙәрен ижад итә. Билдәле "Шоңҡар" поэмаһы ла ошо ваҡытта донъя күрә. 1938 йылда СССР Фәндәр академияһының Ленинград (Санкт Петербург) ҡалаһындағы филиалына уҡырға инә. Ошо осорҙа "Бала" поэмаһын ижад итә. 1939 йылдың июнь айында башланған грипп ауырыуы минингитҡа әүерелә. Ошо ҡаты ауырыуҙан ул 1939 йылдың 19 июнендә вафат була. 

        Ижад иткән йылдары ни бары ун йыл ғына булһа ла ялҡынлы әҫәрҙәр ижад итә Ғәлимов Сәләм. Уның әҫәрҙәрендә заман һулышы һиҙелә. Улар яҡты киләсәк, яҡты тормош, үҙгәреш, яңы төҙөлөштәр тураһында бәйән итә.

     

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
14 + 5 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика