Самауыр артында осрашыуҙар кемгә генә ҡәҙерле түгел? Сәйе лә тәмләп бөткөһөҙ, башҡа төрлө. Шундай табын артында үткәрелгән байрамдар ғаиләлә үҙ-ара татыулыҡты, быуындар бәйләнешен нығыта. Тап ошо маҡсат менән Тимер ауыл мәҙәниәт йорто алдында, 5 февраль көнө күркәм сара – Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылына арнап, Самауыр байрамы ойошторолдо. Рәсәйгә самауырҙы Петр I Голландиянан алып ҡайтҡан тигән легенда бар. Ысынбарлыҡта иһә самауырҙар Петр батша үлгәндән һуң ярты быуат үткәс күренә башлай. Рәсәйҙә тәүге самауырҙы Уралда эшләйҙәр. Самауырҙың тыуған ере Тула тип иҫәпләнһә лә тарихи факттар уның тәү тапҡыр Суксунда эшләнеүен раҫлай.
Самауырҙың килеп сығыу тарихы менән Р.Үлмәҫбаева таныштырғандан һуң,төрлө ярыштар ойошторолдо. Ауылыбыҙҙың оло инәйҙәре лә йәштәрҙән ҡалышмай, ярыштарҙа бик ихлас ҡатнаштылар. Самауыр янында, бейеп, йырлап күңел асып, тәмле аш һыу менэн сәй эсеп таралыштылар. Сара бик күңелле үтте, барлығы 28 кеше ҡатнашты.