МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Сал Бөрйәндең тоғро йырсыһы

        25 октябрь Иҫке Монасип ауыл китапханаһында китап һөйөүселәр өсөн шағир Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған "Сал Бөрйәндең тоғро йырсыһы" исемле хәтер кисәһе үтте. Китап күргәҙмәһендәге китаптарға байҡау яһағандан һуң, китапханасы шағирҙың тормош юлы һәм ижады хаҡында һөйләне. Самат Ғәбиҙуллинды күреп белгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы (хәҙер хаҡлы ялда) Баймырҙина Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙының шағирҙың бала сағы, ғаиләһе, ижады тураһындағы сығышы бик мауыҡтырғыс һәм фәһемле булды. Фәнүзә апай үҙенең йыйып барған Самат Ғәбиҙуллин тураһындағы гәзит мәҡәләләрен һәм фотоһүрәттәрен дә алып килгән ине. Шулай уҡ элекке китапханасы, үҙе лә шиғырҙар ижад иткән ауылдашыбыҙ Рәхмәтуллина Әлфиә Рәхмәт ҡыҙы ла үҙенең иҫтәлектәре менән бүлеште, Самат ағайҙың йәштәргә, шул иҫәптән үҙенә лә яҙырға, күп уҡырға кәңәштәр биреүе тураһында һөйләне. Балалар (9—14 йәш) иғтибар менән тыңланылар. 1 класс уҡыусыһы Ҡотлобаева Асия шағирҙың "Март кисе" исемле шиғырын ятҡа һөйләне.
        Халыҡ- шәхесте, шәхес - халыҡты үҫтерә, тиҙәр. Бөгөнгө кисәлә ололар бөйөк шәхесебеҙҙе хөрмәтләп иҫкә алды, балалар яҡташыбыҙҙың тормошо, ижады тураһында күп мәғлүмәт тупланы, уның үрнәк алырлыҡ күп сифаттарын белде, яҡташыбыҙ менән ғорурланды.

                                                                                        

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 2 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика