МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Рәсәй фәне көнө билдәләнде

        8 февраль Рәсәй фәне көнө билдәләнә. Рәсәй фәне көнө - фән эшмәкәрҙәренең, академик ғилми учреждениелар, тармаҡ ғилми-тикшеренеү институттары һәм юғары уҡыу йорттары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы. Был байрамдың тарихы Петр I батшалыҡ иткән ваҡыттарға барып тоташа. Петр I 1724 йылда рәсәй дәүләтендә фәнде үҫтереүҙе яйға һалырға тигән указға ҡул ҡуя, шуға ярашлы тәүге фәндәр академияһына нигеҙ һалына. Академияның 275 йыллығы уңайынан "Рәсәй фәне көнө" тигән байрам булдырырға ҡарар ителә.

       Рәсәй фәне көнөнә һәм  2021 йыл Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан итеү уңайынан район китапханаларында китап күргәҙмәләре ойошторолдо. Мәҫәлән, район үҙәк китапханаһында "Күҙ күреп ышанмаҫлыҡ" исемле китап күргәҙмәһе, Әбделмәмбәт ауыл китапханаһында "Фәндәр илендә", Килдеғол, Исламбай, Ҡолғана ауыл китапханаларында "Фән һәм тормош", Иҫке Монасип, Иҫке Мөсәт ауыл китапханаларында  "Фән. Йәмғиәт. Кеше." исемле китап күргәҙмәләре  киң ҡатлам китап уҡыусыларына тәғәйенләнгән.

  

                         

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
7 + 1 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика