МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Рәссам Йәлил Сөләймәновтың шәхси күргәҙмәһе эшләй

       Район мәҙәниәт йорто фойеһында яҡташыбыҙ, рәссам Йәлил Сөләймәновтың шәхси күргәҙмәһе эшләй башланы. Күргәҙмәне асыу тантанаһында район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Теләүбаева, Камил Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе директоры, рәссам Рәмил Иманғолов ҡатнашты.

       Йәлил Әхмәт улы Сөләймәнов 1968 йылдың 16 марттында Нәби ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Атаһы, арҙаҡлы яҡташыбыҙ, билдәле башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов, уның күңелендә башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына, мифологияһына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, оло ихтирам уята. Рәссам булыу маҡсатын тормошҡа ашырырға ынтылған егет Заһир  Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға инә. Һуңынан Рәсәй сәнғәт академияһы аспирантураһын тамамлай. Ижади оҫтаханала стажировканы Рәсәй сәнғәт академияһы академигы Әхмәт Лотфуллин етәкселегендә үтә.

       1995 йылдан алып ул Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында эшләй. 2002 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта.

       Хозур тәбиғәтле Бөрйән ерендә тыуып үҫкәнгәлер, пейзажистың ижадында Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте төп урынды биләй. Тәүге картиналары тау, урман темаһына арналған. Йәлил Сөләймәнов ижады башҡорт халҡының тарихи тамырҙарын һәм рухи нигеҙҙәрен асыҡлауға йүнәлтелгән. Авторҙың фәлсәфәүи уйланыуҙары жанрлы эпик эштәрендә асыҡ сағыла (“Кешеләр һәм тауҙар”, 1997; “Тотем”, 1999). Уларҙа рәссам символдар һәм дөйөмләштереүҙәр телен ҡуллана, башҡорт риүәйәттәре һәм мифтары темаһына картиналары (“Ҡурай тураһында легенда”, 1998; “Үгеҙ менән көрәш”, 2005) рәссамдың боронғо донъяны һиҙгер тойомлауын күрһәтә. “Оҫтаханала” картиналар циклы яҙмыш тураһында уйланыуҙарын һәм ижади эҙләнеүҙәрен сағылдыра. Йәлил Сөләймәновтың эштәре Михаил  Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, “Урал”, Магнитогорск, Яр Саллы  ҡала галереялары коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә (Англия, Германия, АҠШ, Югославия) шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

      Рәссамдың картиналарында әхлаҡ-тәрбиә, тормош мәғәнәһе, яҡшылыҡ, яманлыҡ проблемалары  күтәрелә, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, Тыуған ил, Башҡортостан тәбиғәте темалары сағылдырыла.

      1997 йылда «Сикһеҙ юл» күргәҙмә проекты өсөн Әмир Мәжитов менән икеһе Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты була.

      Күргәҙмә киләһе аҙна аҙағына тиклем эшләйәсәк. Һәләтле райондашыбыҙҙың эштәрен килеп күрергә ашығығыҙ!

               

 

                                                     

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
2 + 18 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика