МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Презентация книги Лиры Якшибаевой

       11 февралдә күренекле яҙыусы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның үҙ заманының бөйөк һәм абруйлы шәхесе шәйех Зәйнулла Рәсүлев хаҡында яҙған 1-се китабының исем туйы булып үтте.

      Лира Яҡшыбаеваның һәр китабын түҙемһеҙләнеп көтөп алған һәм ул китаптарҙың беренселәрҙән булып исем туйын уҙғарған бөрйән халҡы был юлы ла Лира Әхмәт ҡыҙын ҙур ихласлыҡ менән ҡаршы алды. Китаптың “Хәҡиҡәт баҫҡысына үрләгәндә” тип аталған беренсе киҫәген уҡып сыҡҡан китап уҡыусылар уның хәтерҙәрендә уйылып ҡалған иң ҡыҙыҡлы урындарын халыҡ алдына сығып һөйләп ишеттерҙе.

     “Мөжәүир хәҙрәт”, “Ғабдулла Сәйеди”, “Табын әүлиәһе”, “Халҡыбыҙ изгеләре”, “Зәйнулла ишан” һәм башҡа бик күп китаптарҙың авторы Лира Яҡшыбаева үҙенең сығышында “Зәйнулла ишан” китабын яҙған саҡта Зәйнулла ишандың эҙҙәрен юллауы, кемдәр менән осрашҡаны хаҡында бәйән итте, китап һөйөүселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.

       - Бөрйәнгә килгән һайын шуға ҡыуанам – бөтә ерҙә халыҡ тарҡалып, өйҙәренән сыҡмай үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртып йәшәгән ваҡытта, Бөрйәндә халыҡ һәр ваҡыт бына шулай йыйылып, китап уҡып, осрашыуҙар уҙғарып тороуы бик ҡыуаныслы хәл. Бөрйән китапханаһы һис шикһеҙ был юҫыҡта ҙур эш башҡара, - тине Лира Әхмәт ҡыҙы үҙенең сығышында.

       Саранан һуң китап уҡыусылар авторҙың китаптарын алып ҡыуанды.

             

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 7 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика