МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Презентация книги Айгиза Баймухаметова “Ҡалдырма, әсәй!”

        “Башҡортостан” гәзитенең хеҙмәткәре, журналист, яҙыусы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов “Ҡалдырма, әсәй!” китабы менән ҙур танылыу һәм халыҡ һөйөүен яулап өлгөрҙө.  Шуғалыр ҙа, был китаптың исем туйына район үҙәк китапханаһына халыҡ күп йыйылды. Айгиз Баймөхәмәтовтың  китабын яратып уҡыусы балалар һәм өлкәндәр “Ҡалдырма, әсәй!” китабының авторын бик йылы ҡабул итте.

        -  Әлбиттә, китабымда конфликтлы ситуациялар, балалар йортондағы тәрбиәләнеүсе менән тәрбиәселәр араһындағы киҫкен хәлдәр йәшерелмәй асып һалынған. Бының менән мин етемлектең бала өсөн ниндәй фажиғә, күңеленә һалынған ғүмерлек тәрән яра икәнлеген күрһәтергә һәм балаларға ата-әсәһенең ҡәҙерен белергә кәрәклеген аңлатырға тырыштым, - тине Айгиз Баймөхәмәтов үҙенең сығышында. – Әлеге ваҡытта мин был китаптың дауамын яҙыу өҫтөндә эшләйем. Быйыл көҙгә уны китап итеп сығарырмын, тип уйлайым, - тине ул. – Әйткәндәй, “Ҡалдырма, әсәй!” повесын әлеге ваҡытта Мәжит Ғафури исемендәге драма театрында сәхнәләштереү бара. Март айында уның премьераһы буласаҡ. Юл төшһә, Өфөгә килеп, ҡарап ҡайтығыҙ.

          Осрашыу ваҡытында Айгиз Баймөхәмәтов китап уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе. Кисә китапҡа автографтар алыу, автор менән фотоға төшөүҙәр менән тамамланды.

                                     

                                                  

      

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
5 + 14 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика