МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Нәзилә - "Башҡортостан оҫталары" араһында!

     22 март Хөкүмәт йортонда "Башҡортостан оҫтаһы" конкурсына йомғаҡ яһалды. Төрлө өлкәләрҙә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән хеҙмәткәрҙәргә бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. Еңеүселәр исемлегенә 17 ойошма һәм 18 эшсе инде. Улар араһында социаль учреждение хеҙмәткәрҙәре, табиптар, газ сәнәғәте өлкәһендә эшләүселәр, слесарҙәр һәм башҡа һөнәр оҫталары бар ине. 

     Беҙҙең райондан Килдеғол ауыл китапханаһы китапханасыһы Исҡужина Нәзилә Ишбирҙе ҡыҙына тейҙе был сарала ҡатнашыу бәхете. Әйткәндәй, Нәзилә Ишбирҙе ҡыҙы 2018 йылда  “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китапханасыһы” конкурсында еңеү яулағайны.
    Нәзилә үҙенең тәьҫораттары менән дә уртаҡлашып: “Сараға саҡырылыу минең өсөн бик ҡыуаныслы булды. «Әкиәттәр уҡып, үҙебеҙ йәнһүрәттәр төшөрәбеҙ» тигән проектым юл асты был бәхеткә. Китапханасы булараҡ төп маҡсатым - йәштәрҙе, балаларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү. Бигерәк тә компьютер заманында был ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыу мөһим”, - ти.

                

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
4 + 5 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика