МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Мостай Кәрим китаптарын уҡыйбыҙ

      21 октябрь "Мостай Кәрим китаптарын уҡыйбыҙ"  төбәк-ара акция сиктәрендә Исламбай ауыл китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙҙең ғорурлығы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған   "Мостай Кәрим! Һин бит халҡыбыҙҙың мәңге балҡыр яҡты йондоҙо" исемле әҙәби -музыкаль кисә үтте. Был кисәлә тамашасылар бөйөк Әҙиптең данлы тормош юлы, ижад һуҡмаҡтары менән таныштылар, уҡыусылар күңелен яулаған ҡабатланмаҫ ижад шишмәләрен күҙ алдына баҫтырҙылар һәм тылсымлы ла, мауыҡтырғыс та әҙәбиәт донъяһына сәйәхәт иттеләр. Әҙиптең бар халыҡтың күңелен яулаған ҡабатланмаҫ ижад гәүһәрҙәре "Өс таған", "Оҙон - оҙаҡ бала саҡ", "Беҙҙең өйҙөң йәме", "Айгөл иле" әҫәрҙәренән һәм "Үлмәҫбай" поэмаһынан өҙөктәр сәхнәләштерелде. Аҡһаҡалыбыҙҙың "Ҡоштар осорам", "Мин фронҡа китәм, иптәштәр!", "Ҡайын япрағы тураһында", "Тыуған ерҙә" шиғырҙарын М.Хәйбуллина, Х.Ғәлиуллина, Г.Ғәббәсовалар тамашасы күңеленә үтеп инерлек итеп һөйләнеләр. Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған "Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә", "Уҡытыусыма", "Гөлдәр миңә һаумы, һаумы тиҙәр" йырҙары ла кисәгә йәм өҫтәне.

                                                   

 

                                                                 

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
7 + 10 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика