МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

“Мин тауҙарҙа тыуҙым, тауҙар ғорурлығы – ҡанымда...”

         15 март көнө Байназар ауыл мәҙәниәт йортонда ауылдашыбыҙ, республиканың күренекле шағирәһе, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышеваның "Мин тауҙарҙа тыуҙым,тауҙар ғорурлығы – ҡанымда " исемле юбилей кисәһе үтте.

         Таңһылыу Ҡарамышева  1984 йылдан Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, 10  китап авторы. Шағирәнең беренсе шиғырҙар йыйынтығы “Саҡыр мине” 1981 йылда сыға. Унан һуң бер-бер артлы “Ҡосағыңа ал, тормош!”, “Тиҫтерҙәрем”, “Гөлләмә”, “Күңелем доғалары”, “Сәскәле йән”, ә 2011 йылда “Сәғәҙәт сәғәте” , 2014 йылда “Мәңгелек сәфәр” , 2016 йылда “Көҙ йәйе” исемле шиғри китаптары донъя күрҙе. Әҫәрҙәре әленән-әле республиканың ваҡытлы матбуғат биттәрендә урын ала. Шағирәнең шиғырҙарынан композиторҙар  Салауат Низаметдинов, Ғәзиз  Дәүләтбирҙин һәм  башҡалар  яҙған йырҙар радио һәм телевидениела йыш  яңғырай.

         Сарала район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева, китапханалар системаһы директоры Әлфиә Ғәззәли ҡыҙы Кинйәбулатова, ауыл хакимиәте башлығы Айрат Зиннур улы  Салауатов, "Баҙал" әҙәби берекмәһе етәксеһе Булат Усманов, күренекле шағирә, журналист  Айһылыу Ғарифуллина, мәктәп администрацияһы һәм уҡыусылары, "Ҡурыуҙы" өлгөлө фольклор ансамбле, әүҙем тормош алып барыусы "Ағинәйҙәр" һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, балалыҡ дуҫтары, класташтары, туғандары ҡатнашты һәм ололап бүләкләп үттеләр. Кисәлә Таңһылыу Карамышеваның шиғырҙарын "Ағинәйҙәр",  уҡыусылар күңелгә үтеп инерҙәй итеп һөйләп ишеттерһә, ә үҙешмәкәр йырсыларыбыҙ Муса Нурдәүләтов, Айрат Баязитов, Әлфиә Сураҡова, Резеда Мөхәмәтйәновалар, Таңһылыу Нурғәлина  уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы бик оҫта башҡарҙылар. Матур сара барыһының да күңеленә хуш килде.

      

 

   

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
14 + 5 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика