МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

“Мин Бөрйәндән булған өсөн генә Шиғыр яҙа алам, яҡташтар!”

         5- 6 ноябрҙә Әбделмәмбәт, Байназар, Тимер, Иҫке Монасип ауылдарында  Бөрйән ҡыҙы,  республикабыҙҙың күренекле шағирәһе, Башҡортостан Республикаһының  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр  премияһы лауреаты Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина менән “Мин Бөрйәндән булған өсөн генә Шиғыр яҙа алам, яҡташтар!” тип исемләнгән  осрашыу кисәләре үтте. Был матур сарала шулай уҡ  күренекле шағирә, журналист, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире,  Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, күренекле шағирә, журналист, Самат Ғәбиҙуллин исемендәге премия лауреаты  Айһылыу Рәжәп ҡыҙы  Ғарифуллина, шағирә, “Таң” гәзите редакцияһының директор- баш мөхәррир урынбаҫары Танһылыу Сәйфетдин ҡыҙы Баһауетдинова һәм  район мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре  Клара Мөнир ҡыҙы Тләүбаева ҡатнашты.

         Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина 1964 йылдың 3 авгусында Бөрйән районы Тимер ауылында  донъяға килгән. Шиғри ҡәләмен мәктәптә уҡығанда һынай башлап, студент йылдарынан әүҙем яҙыша, шиғырҙары республика гәзит-журналдарында баҫыла башлай.

        “Тау һуҡмағы”, “Ҡыҙ хәтере”, “Мин кем?”, “Ҡояшлы йыр”,  “Йәй ҡыҙы”, “Ҡанатлы йөрәк”, “Көҙгө алмалар” тигән шиғри йыйынтыҡтар авторы.  Шиғриәтенә заман заңына ауаздашлыҡ хас. Төрлө йыйынтыҡтарҙа һәм газета-журналдарҙа донъя күргән әҫәрҙәре уҡыусы күңелен ихласлығы, тәрәнлеге менән яулай.            

         Тәнзилә Дәүләтбирҙина үҙен шағир-тәржемәсе итеп тә танытты: Владимир Высоцкий, Александр Сергеевич Пушкин, Марина Цветаева һәм башҡа әҙиптәрҙең шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итте.

         Шулай уҡ шағирә  драматургия өлкәһендә лә ижад итә. Уның «Минең ғаиләм» пьесаһы — Башҡорт дәүләт академия драма театрында, «Юғалтыу» әҫәре Сибай башҡорт драма театрында ҡуйыла,  халыҡ яратып ҡабул итте.

         Композиторҙар тарафынан көйгә һалынған шиғырҙары байтаҡ. 

          Осрашыуға килгән шиғриәт һөйөүселәр шағирәгә күңел түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен, йылы теләктәрен еткерҙе, йырҙар арнаны, шиғырҙарын яттан һөйләне. Кисәгә йәм өҫтәп  райондың сәхнә йондоҙҙары  Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның  шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы, театр һәүәҫкәрҙәре иһә  “Минең ғаиләм” исемле пьесаһынан өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Шағирәләр  үҙҙәре  лә шиғырҙарын уҡыны, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы итеп яуап бирҙеләр. Ижадтары, шәхси тормоштары  хаҡында ла йөкмәткеле итеп һөйләнеләр.   Йәнле фекер алышыу балаларҙың да күңеленә хуш килде.   Был күңелле осрашыуҙан  һәр кем  күтәренке күңел, яҡшы  кәйеф менән таралышты.

        

              

                          

                                                               

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 4 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика