МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Милли кейемдәрҙә - халыҡ тарихы

         

        Милли кейем — милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Һәр төбәктең үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ биҙәктәре бар. Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, ата-бабалар ҡомартҡыһын бар донъяға танытыу, уның менән ғорурланыу маҡсатында “Милли кейем - милли төҫ” исеме аҫтында Аҫҡар ауылы китапханаһы ауыл ағинәйҙәре менән берлектә матур сара үткәрҙе.Тәбиғәт ҡосағында уҙғарылған был сарала оҫта ҡуллы ағинәйҙәребеҙҙең ҡул эштәренән әҙерләнгән “Биҙәктәрҙә - күңел матурлығы” исемле күргәҙмә күрһәтелде. Айырыусы Ғәбиҙуллина Гөлсирә инәйҙең әсәһенән ҡалған ҡомартҡы камзул барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Халыҡ кейемдәренә ҡыҙыҡһыныу уятҡан был саранан барыһы ла рухи аҙыҡ, дәрт алып таралыштылар. 

    

 

      Байназар ауыл моделле китапханаһында Милли кейем көнөнә арналған "Милли кейемдәрҙә-халыҡ тарихы" тигән китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Китап уҡыусыларға милли кейемдәргә бағышланған китап күргәҙмәһенә байҡау яһалды.

      

 

       Милли кейем — халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һаналған. 11 сентябрь республикала Милли кейем көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан, Исламбай ауылы китапханасыһы Әхмәтйәнова Ф. ауылдың абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Ғәфиә Мансур ҡыҙы менән "Милли кейемдәр ҙә ил тарихы" исемле осрашыу үткәрҙе. Исламбай ауылында йәшәүсе Ғәфиә Мансур ҡыҙы милли кейемгә һаҡсыл ҡараған һәм һаҡлауға өлөш индергән гүзәл заттарҙың береһе. "Бына ниндәй байлыҡ ҡалдырҙы миңә өләсәйем менән әсәйем", - тип, һандыҡтан һаҡлыҡ менән генә бер төргәк алып, үҙе янына балаларҙы ултыртып, һәр әйберҙең тарихын һөйләне Ғәфиә апай. "Эй, күпме ғүмер үтеп тә киткән. Былары әсәйемдең йәш саҡта кейгән күлдәге, ҡашмауы, камзулы, еләне, ә был кәзәкәй, ситек - өләсәйҙеке. Ҡомартҡы – ул борондан ҡалған иҫтәлекле нәмә; мираҫ, йәки кемдеңдер төҫө итеп һаҡланған иҫтәлекле нәмә, бына мин дә ошо әйберҙәрҙе әсәйемдең, өләсәйемдең төҫө итеп һаҡлайым", - тип тамамланы үҙ сығышын Ғәфиә апай. Балаларға был осрашыу бик күңелле һәм фәһемле булды. Ошондай саралар милләтебеҙҙең рухи байлығын тағы арттырыр, күңелдәребеҙҙе күтәрер, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә өмөт уятыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.

 

 

                                                                               

 

     11 октябрь - Милли кейем көнөнә Килдеғол ауыл китапханаһында "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәре" исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо, күҙәтеү яһалды.

            

       Ҡолғана ауылы китапханасыһы Вәлиева Г.Г. 11 сентябрь милли кейем көнөнә арналған "Миндә һаҡланған ҡомартҡы" исемле онлайн-флешмоб үткәрҙе. Уның өсөн ҡатнашыусылар үҙҙәрендә һаҡланған әсәй, өләсәйҙәрегеҙҙең милли кейемдәрен, айырым, йәки үҙҙәре кейеп фотоға төшөрөп ебәреү генә кәрәк ине.

  

 

      Милли кейем көнөнә арнап үҙәк район китапханаһы үҙенең уҡыусыларына "Милли кейемдәрҙең атамаларын, тәғәйенләнешен беләбеҙме?" исемле онлайн-викторина тәҡдим итте. 
  
 
"Фольклор - халыҡ байлығы" тигән китап күргәҙмәһе ойошторолдо һәм К. Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, ҡул эштәре оҫтаһы Таңһылыу Кәрим ҡыҙы Ғимранованың оҫталыҡ дәресе тәҡдим ителде.
    
 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 1 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика