МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Милли кейем - милли рух

    Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы милли кейемендә,сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. Балалар күңелендә милли рух, милли ғорурлыҡ тәрбиәләү, телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлау маҡсатында 16 апрель Аҫҡар ауылы китапханасыһы Мырҙабулатова Н. мәҙәниәт хеҙмәктәрҙәре менән берлектә “Милли кейем-милли рух” исемле сара үткәрҙе. Уҡыусылар башҡорт халҡының сағыу кейемдәре, биҙәүестәре менән таныштылар, ҡыҙыҡһынып төрлө һорауҙар бирҙеләр. Сара барышында кескәйҙәр башҡорт халыҡ уйындары “Йәшерәм яулыҡ”, ”Йөҙөк һалыш”кеүек уйындар уйнанылар. Ысынлап та, бәләкәйҙән һәр кем үҙҙәренең милли асылын - кейемдәрен, тарихын, туған телен, мәҙәниәтен белеп үҫергә, улар менән ғорурланырға тейеш. Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынға иҫ киткес бай мираҫ ҡалдырған, ошо халыҡ ижадына һуғарылып үҫкән бала ғына киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө, илебеҙҙең ышаныслы киләсәге булып үҫәсәк.

    

         

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
11 + 6 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика