МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Милли кейем халыҡтың күңел көҙгөһө

     16 апрель Әтек ауылы китапханаһында уҡыусылар өсөн милли кейемдәр тураһында белемдәрен байытыу маҡсатында әҙәби дәрес үтте. Уҡыусылар "Милли кейем халыҡтың күңел көҙгөһө" исемле китап күргәҙмәһе янындағы әңгәмәнән һуң, башҡорттарҙың кейемдәрен ентекләп төшөргән күренекле рәссамдәрҙең Тәнзилә Ғайфуллинаның, Ҡ. Дәүләткилдиевтың - «Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ”, Ә. Лотфуллиндың - “Әсәйем портреты”, "Ҡыҙыл яулыҡлы башҡорт ҡатыны” эштәре менән таныштылар. Сара аҙағында алдан әҙерләнгән, милли кейемдәр төшөрөлгән шаблондарҙы биҙәп буянылар.
    Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла.

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
6 + 9 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика