МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Мауыҡтырғыс шашка уйыны

       Шашка уйыны балаларҙа логик фекерләүҙе, хәтер, фантазияны үҫтерә, түҙемле, ныҡышмалы, тыныс булырға, күп нимәне иҫтә ҡалдырып, киләсәктә ҡулланырға, еңеүгә ынтылыш, лайыҡлы еңә һәм еңелә белергә өйрәтә. Ошо маҡсаттарҙан сығып, 1 ноябрь Килдеғол ауылы китапханаһында уҡыусылар өсөн шашка ярышы үткәрелде. Ярыш бик сәмле генә барҙы. 17 бала ҡатнашып, үҙ-ара көс һынаштылар. Мәһәҙей ауылынан ҡунаҡҡа килеүсе Идрис Маликовҡа етеүсе булманы, 1 урын ҡунаҡ егетенә булһа, 2 урын Көмөшбаев Фәреүәзгә, Яхин Тимурға, 3 урын Усманова Нургизәгә, Нургалина Азалияға, ҡунаҡ ҡыҙы Ғәйетбаева Алинаға, Искужин Алмасҡа бирелде. Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

                           

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
3 + 1 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика