МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр

          9 сентябрь - Бөтә донъя матурлыҡ көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Байғаҙы ауыл китапханаһында ҡыҙҙар өсөн бик матур һәм фәһемле оҫталыҡ дәрестәре үтте. Сәйләндән (бисер) һаҡал, беләҙек һ.б эшләүсе Рәхмәтуллина Сәғиҙә апай был юлы яға эшләү алымдары менән уртаҡлашты. Сәйлән менән эшләү тәү ҡарашҡа ғына еңел, ысынбарлыҡта был эш түҙемлек тә, сабырлыҡ та талап итә. Шулай уҡ зауыҡ, матурлыҡты тоя белеү ҙә мөһим. Ҡыҙҙар иғтибар менән Сәғиҙә апайҙың өйрәткәндәрен тыңлап,уны ҡабатлап эшләнеләр.
        Һәр кем тирә-яҡтағыларға матур, зауыҡлы, бөхтә булып күренгеһе килә. Замана ҡатын-ҡыҙы һәр йәһәттән дә матур һәм нәфис күренергә тейештер һәм уны ул бала саҡтан белеп үҫһә бигерәктә яҡшырыҡтыр. Ошо маҡсат менән китапханаға маникюр эшләү оҫтаһы Дауытова Динә  саҡырылды. Ҡулдарҙы,тырнаҡтарҙы нисек тәрбиәләү, ҡырҡыу, буяу һ.б тураһында ентекле мәғлүмәт алды ҡыҙҙар.  «Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр», – тип яҙған бөйөк рус яҙыусыһы Ф.М.Достоевский. Матурлыҡты күрә, уны тыуҙыра белгән кеше бер ҡасан да енәйәт ҡылмаҫ, кеше хеҙмәтен хөрмәт итә белер. Кешегә икмәк нисек кәрәк булһа, матурлыҡ та шулай кәрәк. Гүзәллек кешене нәфисләндерә, яҡшырта, рухи һәм әхлаки сафландыра. 

                              

  

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
4 + 15 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика