МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Иң матур көн-тыуған көн

     Тыуған көн – беҙҙең иң яратҡан, көтөп алған матур байрамыбыҙ. Был байрам кешенең донъяға килгән көнөнә тап килгән күңелле көн. Уны ғаилә байрамы итеп өйҙә, ғаилә һәм дуҫтар менән билдәләнә. Ғәҙәттә, яҡындарҙы һыйлауҙан, тыуған көн үткәреүсегә ҡотлау һәм бүләктәр бүләк итеүҙән тора был көн. Был байрам Рәсәйҙә тәүҙә «батшалар» байрамы тип билдәләнгән. Батшаларҙың тыуған көнөн байрам итеү Рәсәй батшаһы Федор Алексеевичтан башланған. Артабан инде батшаның ғаиләһе ағзаларының да тыуған көнөн билдәләй башлайҙар. Ваҡыт үтеү менән тыуған көн тантаналарын үткәреү шулай таралып китә. 1 февраль Аҫҡар урта мәктәбендә китапханасы Мырҙабулатова Н. 3 класс уҡыусылары өсөн “Иң матур көн-тыуған көн” исемле күңелле кисә үткәрҙе. Сара был байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырыуҙан башланып китте. Артабан инде балалар үҙҙәренең исемдәренең мәғәнәһен, килеп сығышын белделәр, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнанылар, һорауҙарға яуап бирҙеләр, бер-береһенә изге теләктәр теләп бүләктәр бирештеләр. Байрам тәмле сәй табыны менән тамамланды.

  

    

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
8 + 2 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика