МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Ленинград ҡалаһын блокаданан азат итеүгә - 75 йыл

     Ленинград ҡалаһын блокаданан азат итеүгә быйыл 75 йыл тула. Ошо тарихи дата уңайынан Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусылары өсөн батырлыҡ дәрестәре үткәрелде. Маҡсат - Рәсәй тарихындағы оҙаҡҡа һуҙылған һәм иң фажиғәле ваҡиғаларҙан һаналған ҡамалыш тураһында һөйләшеү, батырҙарҙы иҫкә төшөрөү, уҡыусыларҙа патриотик рух тәрбиәләү. Китапханасылар ҡамау эсендә ҡалған ҡалалағы тормош, Ленинградта йәшәүселәргә, ҡаланы һаҡлаусы һуғышсыларға ниндәй ауырлыҡтар аша үтергә тура килгәне тураһында һөйләне. “Блокаданың бер көнө” тигән видеояҙма был хәл-ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерергә ярҙам итте. Артабан уҡыусылар Таня Савичеваның көндәлеге, Д. Шостаковичтың Етенсе симфонияһының яҙылыу тарихы хаҡында тыңланы. Сара һуңында һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.
 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 1 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика