МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Ленинград блокадаһы. 900 көн ҡамауҙағы ҡаһарманлыҡ

        27 ғинуар – Рәсәйҙең хәрби дан көнө. 76 йыл элек был көндө Ленинград блокадаһы тамамлана. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был ҡамалыш ваҡытында Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы һуғышсыларға ла ауыр һынауҙар аша уҙырға тура килгән. Ошо дата айҡанлы Байназар ауыл моделлы китапханаһы китапханасыһы Аетбаева Р.  мәктәп менән берлектә, уҡыусыларҙы ауыр һуғыш йылдары, Ленинград блокадаһы ваҡиғалары менән таныштырыу, икмәккә хөрмәт һәм тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында "Ленинград блокадаһы..." исемле патриотик тәрбиә сәғәте үткәрҙе. Уҡыусыларҙы Рәсәй тарихында оҙаҡҡа һуҙылған һәм иң фажиғәле ваҡиға - Ленинград блокадаһына эләккәндәрҙең әсе яҙмышы менән таныштырғандан һуң, уларҙың иғтибарына “900 көн” исемле фильм тәҡдим ителде. Сара һуңында ҡатнашыусылар “Блокада икмәге”н татып ҡараны.

           

      Аҫҡар урта мәктәбендә китапханасы Мырҙабулатова Н. башланғыс класс уҡыусылары өсөн "Данлы йылдар ауазы" исемле батырлыҡ сәғәте үткәрҙе. Ҡамауҙағы халыҡ михнәттәрен мәңге онотмаҫҡа, киләсәк быуынға һуғышҡа нәфрәт тәрбиәләргә һәм бөгөнгө тормоштоң ҡәҙерен белергә тигән маҡсатта ойошторолдо был сара. Аслыҡ-яланғаслыҡ, емереклек араһында ла халыҡтың рухи ныҡлығы, дошманға баш эймәүе уҡыусылар күңелендә ҙур тойғо ҡалдырҙы. Шулай уҡ балаларға "Ленинград блокадаһы" исемле презентация күрһәтелде һәм викторина һорауҙары тәҡдим ителде. Һуғыштың ни тиклем ҡот осҡос һәләкәт икәненә тағы бер ҡат инанаған уҡыусылар, илебеҙ күге гел тыныс булһын тигән изге теләктәр менән таралыштылар.

                                   

      Ленининград ҡалаһын блокаданан азат ителеүгә быйыл 76 йыл тула. Ошо тарихи дата уңайынан, 27 ғинуар Әтек ауыл китапханаһында "Тормошҡа юл" тип аталған әҙәби – викторина үткәрелде. "Дәһшәтле йылдар" исемле китап күргәҙмә менән танышҡандан һуң , “Блокаданың бер көнө” тигән видеояҙма был хәл-ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерергә ярҙам итте. Эйе, берәү ҙә битараф ҡала алырлыҡ хәлдәр түгел шул...   Сара һуңында һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

            

        Ленинград ҡалаһын блокаданан азат итеүгә быйыл 76 йыл тулды. Ошо иҫтәлекле дата уңайынан Исламбай ауылы китапханасыһы Әхмәтйәнова Ф.  мәктәптә, тарих уҡытыусыһы Зөбәржәт Ғүмәр ҡыҙы менән берлектә, уҡыусылар өсөн “Ленинград блокадаһы” исемле батырлыҡ дәресе үткәрҙе. Ошо тарихи дата оҙаҡҡа һуҙылған иң ҡурҡыныс, иң фажиғәле ваҡиғаларҙың береһе булып тарих битендә айырым урын алған. Китапханасы уҡыусыларға Ленинградта ҡамауҙа ҡалған кешеләрҙең ниндәй ауыр һынауҙарға дусар ителеүҙәре: туҡтауһыҙ туптар шартлауына түҙеп, утһыҙ, һыуһыҙ, ас-яланғас, һыуыҡта, емереклектәр араһында йәшәүгә, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн арымай- талмай эшләүгә көс табыуҙары тураһында һөйләне. "Тарихта бик күп ҡала һәм крепостарҙы һаҡлау үрнәктәре булһа ла, 900 тәүлек буйына ҡаршы тороп, еңеп сығыуға ирешкән бер генә миҫал да юҡ. Ер шарында Еңеү өсөн ул ҡәҙәрле кеше ғүмере бирелгән бер генә ҡала ла юҡ,- тип тамамланы һүҙен китапханасы. Дәрес аҙағында уҡыусыларҙың иғтибарына “Ленинград блокадаһы” тураһында фильм тәҡдим ителде.

                      

        Ленинград блокадаһын өҙөүгә - 76 йыл тулыу айҡанлы Килдеғол ауыл китапханаһында "Блокаданың 900 көнө" исемле батырлыҡ дәресе үтте. Уҡыусылар 900 көн буйына дауам иткән Ленинград блокадаһы, аяныслы яҙмыштар, Йәшәу юлы, блокада ваҡытында бирелгән карточкалар, икмәк тураһында белделәр, шулай уҡ "Ленинград. 900 көн. Хәтер" исемле китап күргәҙмәһе менән таныштылар. Ленинград блокадаһына арналған фильм ҡаранылар.

 

        27 ғинуар Нәби ауыл китапханаһында уҡыусылар өсөн "Был город-фронт, была блокада" исемле батырлыҡ сәғәте үтте. Китапханасылар ҡамау эсендә ҡалған ҡалалағы тормош, Ленинградта йәшәүселәргә, ҡаланы һаҡлаусы һуғышсыларға ниндәй ауырлыҡтар аша үтергә тура килгәне тураһында һөйләне.
                                                                        
        27 ғинуар көнө Яңы Мөсәт китапханасыһы Юлбердина И. мәктәптә оло класс уҡыусылары өсөн "Ленинград блокадаһы. 900 көн ҡамауҙағы ҡаһарманлыҡ" исемле ҡаланы блокаданан тулыһынса азат итеүҙең 76 йыллығына арналған хәтер сәғәте үткәрҙе. Был көндө уҡыусылар, һыуыҡҡа, аслыҡҡа, михнәттәргә, бомбёжкаларға бирешмәй Еңеүҙе яҡынайтыусы ҡала һаҡсыларының ҡаһарманлыҡтары, батырлыҡтары, рухтарының нисек көслө булыуҙарын иҫкә алды. Уҡыусылар Ленинградта көнөнә бирелгән икмәк нормаһын күрҙеләр, үҙҙәренең тиҫтере, ябай ҡыҙ бала Таня Савичевеның әсе яҙмышы һәм уның йән өшөткөс көндәлегендәге яҙыуҙарҙы белделәр. "Миллионлаған ҡорбандар аша беҙҙең ата - олатайҙарыбыҙ донъяны яулап алырға хыялланған фашизмды еңделәр, киләсәк быуынға тыныс тормош бүләк иттеләр. Бөгөн беҙҙең төп маҡсатыбыҙ булып Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлау тора" - тип тамамланы һүҙен китапханасы.
                                                                       
     Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған Ленинград ҡамалышы тамамланыуға быйыл 76 йыл. Иҫке Мөсәт китапханаһында Ленинград ваҡиғалары менән таныштырыу, аяныслы яҙмыштар, тарихҡа ингән "Йәшәү юлы" тураһында сарала ҡатнашыусыларға еткереү, икмәккә хөрмәт, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында "Ленинград блокадаһы. Аяныслы яҙмыштар" исемле тарихи сәғәт үтте. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларға "Ленинград блокадаһы" исемле документаль фильм тәҡдим ителде. Кисә Ленинград өсөн башын һалған яугирҙар, балалар һәм ябай халыҡты иҫкә алып бер минут тынлыҡ менән тамамланды.
  
 
 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
4 + 7 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика