МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Ҡурсаҡтар байрамы

               Әкиәттәр тыңлап, иркәләнеп
               Үҫһен илдә балалар
               Уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар, туптар
               Байрам булып иҫтә ҡалалар.
    Ҡурсаҡтар донъяһы үҙенә күрә бер сихри донъя ул. Бәләкәйҙән үк иң беренсе булып ҡыҙ бала ҡурсаҡ менән таныша, уны үҙенең иптәше, дуҫы, кәңәшсеһе итеп ҡабул итә. Ҡурсаҡтар ҡыҙҙарҙың айырылмаҫ уйынсығы. “Әсәй “ булып уларҙы әүрәтеү, урау, бишек йырҙарын көйләп “йоҡлатыу”, йылдар үткәс ошо ғәмһеҙ саҡтарҙы хәтерләү... Ошо мәлдән ҡыҙҙарҙа әсәлек хисе һалына. Уларҙы ситтән күҙәткәндә лә һоҡланып, йылмайып ҡуяһың. Баланың кем икәнен белгең килһә, уның уйынына ҡара тигәндәр. Ысынлап та, ошо ябай ғына ҡурсаҡтар менән уйнау – балаларҙы тәрбиәгә, тәртипкә өйрәтә. Ошо маҡсат менән Аҫҡар мәҙәниәт йортонда “Ҡурсаҡтар байрамы” үткәрелде. Был күңелле лә, йәнле лә сара башланғыс класс уҡыусылары өсөн ҙур бер байрамға әүерелде. Сараның башында балалар ҡурсаҡтарҙың килеп сығыу тарихын, уларҙың төрҙәрен, ҡайһы илдә барлыҡҡа килеүен бик ҡыҙыҡһынып тыңланылар. Артабан инде һүҙ ҡыҙҙарға бирелде. Улар яратҡан уйынсыҡтары менән таныштырып, улар тураһында шиғырҙар һөйләнеләр. Их, ниндәй генә матур исемдәр йөрөтмәй уларҙың ҡурсаҡтары! Гөлсәскә,Милә,Лилиә,Гөлнәзирә... Исем һайлауға етди ҡараған ҡыҙҙар. Киләһе турҙарҙа уҡыусылар “бәпәй» уранылар, ҡурсаҡтарының сәстәренә таҫма бәйләнеләр, төрлө-төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр, йыр-моңға һәләттәрен күрһәттеләр .Шулай уҡ ошо байрамда беҙҙең һәр яҡтан әүҙем ағинәйҙәребеҙҙең ҡатнашыуҙары сараға тағы ла йәм өҫтәне.Улар үҙҙәренең элек ниндәй ҡурсаҡтар менән уйнауҙары тураһында һөйләп, алдан тегеп әҙерләгән сепрәк ҡурсаҡтарын балаларға күрһәттеләр.Ҡул эшенә оҫта Гөлсирә инәй Ғәбиҙуллина хатта кескәйҙәргә ябай ғына итеп ҡурсаҡ эшләү серенә өйрәтте.Эйе, алтылағы – алтмышта,- ти халыҡ мәҡәле. Бөгөнгө көндә ҡурсаҡтарын матур итеп әпәүәләгән, ҡурсалаған, бишек йырҙарын көйләгән ҡыҙҙар киләсәктә яҡшы әсәйҙәр булып үҫерҙәр әле.

  

   

                                        

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
3 + 6 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика