МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Күренекле шағир Сафуан Әлибавҡа арналған шиғриәт кисәһе

          Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың Һ.Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Тылсымлы шар” китабы өсөн Г.Х.Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почетлы дипломға лайыҡ булған шағир, драматург  Сафуан Әфтәх улы Әлибаевҡа быйыл 75 йыл тулған булыр ине.

        Ошо көндәрҙә Ағиҙел мәктәбендә Сафуан Әлибайҙың 75 йыллығына арналған шиғриәт дәресе булып уҙҙы. Уҡыусылар был кисәгә матур итеп әҙерләнгәндәр: Сафуан Әлибайҙың шиғырҙарын ятлағандар, йырҙарын өйрәнгәндәр, уға арнап гәзит сығарғандар.

        Кисә башында үҙәк китапханаһы китапханасыһы Ф.Айытбаева уҡыусыларҙы С. Әлибаевтың тормошо һәм ижады менән таныштырып китте. Уҡыусылар уның  шиғырҙарын яттан һөйләне, йырҙарын йырланы.

        Барыһы ла шиғриәт дәресенән күңелдәре хушланып таралды.

                                           

                                                                                                 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
6 + 4 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика