МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Күбекмай байрамы

          15 майҙа,  Халыҡ – ара ғаилә көнө  сиктәрендә, район мәҙәниәт һарайында халҡыбыҙҙың милли ризығына  арналған “Күбекмай байрамы”  үткәрелде.  Байрам   үткәреүҙең  маҡсаты --  милли йолаларыбыҙҙы тергеҙеү һәм таратыу,  ошо милли ризыҡҡа  халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү,  тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу, үҫеп килгән йәш быуынға эштең асылын еткереү, өйрәтеү ине.

         Күбекмай  -  ул  халҡыбыҙҙың  милли  ризығы.  Күбек майы шуныһы менән ҡиммәт: унда холестерин бөтөнләй юҡ.  Айраны ла бик тәмле һәм организмға файҙалы. Күбекмайҙы элек – электән  иң ҡәҙерле ҡунаҡтарға, балаларға, эстәре ауыртҡан, аш үтмәгән кешеләргә әҙерләгәндәр. Уны әҙерләү ысулы беҙгә быуындан-быуынға тапшырыла килә. 

         ”Мираҫ” халыҡ вокал ансамбле ағинәйҙәре байрамға  килгән ҡунаҡтарҙы                                    

                               Халҡыбыҙҙың  дан ризығы 

                               Ул -  күбекмайы   булыр.

                               Май   ашаған  кешенең

                               Тәне сәләмәт  булыр! - тигән һүҙҙәр әйтеп ҡаршыланы.

       Артабан һүҙ күбекмай оҫталарына бирелде. Ғәҙелгәрәй  ауылынан килгән иң оло ағинәйҙәребеҙҙең береһе, Бөрйән ырыуы ҡыҙы   Һәҙиә инәй Солтанбаева күбекмайының файҙаһы тураһында һөйләне, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Килдеғол ауылынан килгән   Ҡыпсаҡ ырыуы ҡыҙы  Ғәлимә инәй  Шәрәфуллина һәр ауылдың үҙ йөҙө тип,  үҙенең күбекмай эшләү серҙәре менән бүлеште, үҙе сығарған таҡмаҡтарын йырлап, өҙә баҫып бейеп тә алды. Әтек ағинәйҙәре   Әлфирә Иманғолова, Көнһылыу Сөләймәнова, Нәйлә Әбүбәкировалар ҙа буш ҡул менән килмәгән. Улар ҙа үҙҙәренең күбекмай эшләү тәжрибәһен һөйләне.  Район һабантуйҙарында, фольклор байрамдарында , Салауат йыйындарында үҙенең күбекмайы менән дан алған Ҡотан ауылынан  килгән ағинәйебеҙ Люциә Солтангәрәй ҡыҙы Йөҙйәшәрова күбекмай эшләү ысулын ентекләп күрһәтте, таҡмағын да ҡойҙо.  Байназар ауылы оҫталары  байрамға үҙе бер тамаша әҙерләп килгәндәр ине. Фирүзә Сәйетғәле ҡыҙы Салауатова күбекмайын эшләп   күрһәтһә, ҡалғандары  йырлап- бейеп, һыйлап та өлгөрҙөләр.  Байғаҙы ауылы ағинәйҙәре Сәғиҙә Рәхмәтуллина, Фәриҙә Баймөхәмәтова, аҡһаҡал Ғәйнетдин Зәйнетдин улының сығыштары ла барыһының да күңеленә хуш килде.  Байрамда шулай уҡ Иҫке Монасип ауылынан Гөлгөнә Ғәндәлип ҡыҙы  Ҡыуандыҡова, Яңы Усман ауылынан Зөлфирә Зайнулла ҡыҙы Ишморатова ҡатнашты.   Шуныһы ҡыҙыҡлы бер үк ысул менән эшләнгән һымаҡ тойолһа ла һәр күбекмай бешеүсенең майы һәм айраны үҙенә күрә бер тәм менән айырыла ине. Тамашасылар иһә ҡарап, тыңлап, кемдәрҙер яҙып алып, күбекмайын сөсө икмәк, ҡоймаҡ  менән тәмләп, айранынан ауыҙ иттеләр.Ҡайһы берәүҙәр  Ғәлиәкбәр ауылы оҫтаһы Самат Хәмит улы Сабитов  әҙерләгән  батмандар  һатып алып ҡыуандылар.    Балалар ҙа ихлас ҡатнашты  байрамда,  кемуҙарҙан   һөт ризыҡтарына бәйле  йомаҡтарға  яуап эҙләнеләр. Район  хакимиәт башлығы Рөстәм Динислам улы Шәриповтың   ҡатнашыуы байрамға  мәртәбә генә өҫтәне. Мәҙәниәт бүлеге һәм китапхана ойошторған байрам барыһына ла оҡшаны.  Хатта аңғармаҫтан күбекмай байрамының шаһиты булған Магнит урыҫтары ла байрамдың бик матур утеүен, бөрйәндәрҙең бик ҡунаҡсыл, йомарт, дәртле булыуҙарына һоҡланыуҙарын, оло рәхмәттәрен  белдереп сығыш яһанылар.    Халҡыбыҙҙың матур йолалары юғалмаһын, ошондай осрашыуҙар йышыраҡ булһын тигән теләктә таралышты  байрамдан барса халыҡ.

 

 

    

      

    

 

 

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
2 + 2 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика