МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Көҙһылыу дуҫтарын йыя

         Көҙ. Хәҙер тәбиғәткә ул хужа! Тылсымлы һулышы менән бер генә өрөп ебәрә лә бөтә доньяны танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә. Бар тәбиғәт алтын төҫкә мансыла. Ә һарғайған ағас япраҡтары моңһоу ғына ергә ҡойола. Ә ер өҫтө, әкиәттәге кеүек, сихри келәм менән ҡаплана. Шулай ҙа көҙҙөң үҙ йәме бар: йәшелсәләр өлгөрә, уңыш йыйыла. Был матурлыҡты ололар ғына түгел, кескәйҙәр ҙә күрә белә. 2 октябрь Аҫҡар урта мәктәбендә ауыл китапханаһы китапханасыһы Мырҙабулатова Нәилә ойошторған “Көҙһылыу дуҫтарын йыя” исемле көҙ байрамы үткәрелде. Сара башланғыс класс уҡыусыларын тәбиғәттә булған үҙгәрештәр менән таныштырыу, уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, тирә-яҡ мөхиткә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторолдо. Кескәй ҡыҙҙарҙың араһында “Иң матур көҙ һылыуҡайы” костюмына, төрлө йәшелсә-емештән, тәбиғәт материалдарынан эшләнгән уйынсыҡтар, һындар эшләү ,көҙгө букет кеүек конкурстар балалар араһынан иң-иңдәрен билдәләне. Шулай уҡ уҡыусылар тәбиғәттәге матурлыҡты “Көҙҙөң әле матур сағы” исемле һүрәттәр конкусында ла сағылдырҙы. Артабан инде балалар байрамға саҡырылған Көҙһылыу апайға матур-матур шиғырҙарын ятланылар,ҡыҙыҡлы уйындар ҙа ҡатнаштылар, йәшелсәләр тураһында йомаҡтар систеләр. Был күңелле муллыҡ байрамы балаларға бик оҡшаны.

                       

  

                                     

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
2 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика