МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Ҡояш көнө билдәләнде

    3 май Яңы Усман моделле китапханаһында балалар менән Ҡояш көнөн билдәләп үттеләр. Матур ҡағыҙҙарҙан ҡырҡып ҡояш эшләнеләр, ҡояшҡа арналған шиғыр, әкиәт, хикәйәләр менән танышты балалар. Китапханасы Ҡамса Мортазиндың "Һаумы,Ҡояшҡай!" хикәйәһен уҡығас, әҫәр буйынса фекер алыштылар. Шулай уҡ Алина Ырыҫҡолова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның "Ҡояш йәйгә әйләнде" , "Ҡояш һөлгөһө", Миңлегөл Хисамованың "Ҡайҙа ҡастың ҡояшым?" тигән шиғырҙарын ҡысҡырып уҡынылар.  Рәшит Солтангәрәевтың "Ҡояш ҡайтты" хикәйәһе, Кәбир Аҡбашевтың "Ҡояшты кем уята" әкиәте балаларға бик оҡшаны. Был әкиәтте ролдәргә бүлеп уҡыу шул тиклем мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булды. Кисә аҙағынан үҙҙәре эшләгән ҡояш апай менән фотоға төштөләр.

   

                                             

                                                                 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
9 + 6 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика