МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Ҡошто – оя, илде – йола тота

             28 ноябрь, Исламбай ауыл китапханаһында, «Ҡошто – оя, илде – йола тота» тип исемләнгән йола байрамы үткәрелде. Һәр халыҡтың, һәр миләттең үҙенә генә хас йырлы-бейеүле уйындары, батырҙарын данлаған эпос-легендалары, ғөрөф-ғәҙҙәттәре, йолалары бар. Беҙҙең башҡорт халҡы ла йолаларға бик бай.  Халҡыбыҙ һәр эште матур йолаға әйләндереп, ябай ғына күренештән дә ҙур байрам яһап йәшәй белгән. Тик шуныһы үкенесле заманалар үҙгәргән һайын, ошо күркәм йолаларыбыҙ ҙа онотола бара һымаҡ. Быуаттар буйына һаҡланып килгән милли йолаларыбыҙҙы киләсәк быуынға еткереү һәм һаҡлап ҡалыу маҡсатыда үткәрелгән кисәлә, олоһо ла, кесеһе лә ихлас теләп ҡатнашты. Китапхана эргәһендә эшләп килгән “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары һәм “Ҡояшҡай” балалар фольклор төркөмөндә йөрөүсе балалар ауылдаштарына матур байрам бүләк итте. Ҡыҙ бала яҙмышына хас йолаларҙы үтәү “Бәпес күрә килеү”, “Аулаҡ өй”, “Килен төшөрөү”, “Килен һөйөү”, “Килен бейетеү” йолалары сәхнәләштерелеп күрһәтелһә, “Бишек туй”, “Һырға туй”, “Никах туй” йолалары тураһында китапханасы тамашасылар меән ҡыҙыҡлы әңгәмә ойошторҙо. Күҙҙең яуын алып торған милли кейемдәрҙәге апайҙар, инәйҙәр, һәр бер йоланы изге фатиха, өгөт-нәсихәт, теләк-алғыштар, һамаҡ-йырауҙар менән нығыта барҙы. “Аулаҡ өйгә” йыйылған, еңгәйгә “Һыу юлы” күрһәткән ҡыҙҙар таҡмаҡтар әйтә-әйтә уйнап –бейеп күңелдәрҙе рухландырып, байрамға тағы ла йәм өҫтәп ебәрҙеләр. Һынай китһәң ҡыҙ балаға йә иһә ҡатын-ҡыҙға ҡағылышлы йола үтәү, йола атҡарыу күренештәре бик күп. Ҡайһы ғына йоланы алып ҡараһаҡ та, һәр береһен дә әҙәп, әхләҡ ҡағиҙәләрен үтәргә, бер-береңде хөрмәт итергә өндәй. Ниндәй генә миҙгел, йола байрамдарын алып ҡараһаҡ та, һәр береһенең нигеҙендә тәрбиә, тәртип ҡанундары ята. Шуның өсөн дә, быуындан-быуынға тапшырыла килгән йолаларыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Һәр бер кеше үҙ халҡының үткәнен, боронғоһон, нисек көн иткәнен, ниҙәр менән шөғөрләнгәнен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белергә тейеш. Сөнки үткәнен белмәгәндең киләсәге юҡ, ти халҡыбыҙ. Киләсәк быуынды йола ҡағиҙәләре менән тәрбиәләһәк, илебеҙҙә, телебеҙҙә юғалмаҫ, илебеҙ ныҡ, көслө ҡулдарҙа булыр. Халҡыбыҙҙың матур йолалары юғалмаһын, ошондай осрашыуҙар йышыраҡ булһын тигән теләктә таралышты байрамға килеүселәр.

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
3 + 1 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика