МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

“Ҡоштарға ярҙам итәйек” акцияһы үтте

        Ҡолғана ауылында балаларҙың каникулдарын файҙалы үткәреү маҡсатында улар өсөн китапханала төрлө саралар үткәрелде: яңылыҡтар көнө “Китап – белем шишмәһе”, “Китап - мин һинең дуҫың булам”, викторина “Ҡоштар беҙҙең дуҫтар”, “Ҡурсаулы биләмә”һ.б. Айырыуса 12 ғинуарҙа экология йылына арнап уҙғарылған “Ҡоштарға ярҙам итәйек” акцияһы балаларҙың күңеленә хуш килде. Акция каникулдар башланмаҫ элек иғлан ителгән ине, шуға күрә һәр бала бар тырышлығын һалып, фантазияһын эшкә егеп төрлө - төрлө тағараҡтар алып килделәр. Был акцияға ихлас күңелдән Башҡорт Дәүләт Тәбиғәт Ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Китапханала Башҡорт Дәүләт Тәбиғәт Ҡурсаулығы, урмансыларҙың ҡурсаулыҡтағы эштәре тураһында фекер алышҡандан һуң,  тағараҡтар кәрәкле урындарға балалар менән бергә ҡуйып сығылды. Һәр кем үҙ тағарағына ем һибеп, артабанда ҡарап торорға тигән фекер менән таралышты. Тәбиғәткә, тыуған яҡҡа  һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән был сарала ҡатнашыусы уҡыусылар бик фәһемле һәм тәрбиәүи эш башҡарҙылар.  

                                                                                                 

                                                     

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
5 + 7 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика