МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Ҡоштар-тәбиғәт күрке

     Аҫҡар урта мәктәбендә яҙғы лагерҙа ял итеүсе башланғыс класс уҡыусылары өсөн китапханасы Наилә Мырҙабулатова “Ҡоштар-тәбиғәт күрке” исемле ҡанатлы дуҫтарыбыҙға арналған байрам ойошторҙо. Ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү маҡсатында уткәрелгән был кисәлә ике команда бик сәмле ярышты. Улар ҡоштарға бәйле төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр, ребустар, кроссвордтар, йомаҡтар систеләр, ҡоштар тураһында йырҙар йырланылар. Шулай уҡ “Был ҡоштарҙы таны!” , исемле бәйгелә ҡанатлы дуҫтарҙың төрлө билдәләренә ҡарап исемдәрен әйтеп, улар тураһында һөйләнеләр. Кисәлә балалар ҡоштар тураһындағы белемдәрен нығытып, уларға һаҡсыл мөнәсәбәтә булырға кәрәк икәнлегенә тағы ла бер ҡат төшөндөләр. Был байрам барыһына ла бик оҡшаны.

                                

   

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
10 + 3 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика