МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар

     2 апрель Исламбай ауыл китапханаһында башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар” исемле ҡанатлы дуҫтарыбыҙға арналған күңелле уйын-кисә ойошторолдо. Китапханасы Әхмәтйәнова Ф.Б. балаларға беҙҙең яҡта ҡышлаусы ҡоштар тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙе. Ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән был кисәлә уҡыусылар үҙҙәрен һәр яҡлап һынап ҡаранылар. Улар ҡоштарға бәйле төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр, ребустар, йомаҡтар систеләр, аудиояҙмаларҙағы ҡоштар һайрауын танынылар, Шулай уҡ “Был ҡошто таны!” исемле бәйгелә серле һандыҡ эсендә ятҡан ҡоштарҙы төрлө билдәләренә ҡарап исемдәрен әйттеләр, "Мин аҙаштым. Ярҙам итсе!" бәйгеһендә ояларынан айырылып буталып бөткән себештәрҙе әсәләренә ҡайтарҙылар, "Ҡойроғомдо табырға ярҙам ит!" бәйгеһендә балалар ҡоштарға юғалған ҡойроҡтарын табырға ярҙам иттеләр һәм кисә аҙағында кемдәрҙер һүрәт төшөрҙө, кемдәрҙер әҙер ҡош һүрәттәрен буянылар, малайҙар шахмат уйнанылар. Кисәлә балалар ҡоштар тураһындағы белемдәрен нығытып, уларға һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға кәрәк икәнлегенә тағы ла бер ҡат төшөндөләр. Был уйын-кисә барыһына ла бик оҡшаны.

                                     

 

                                             

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
3 + 2 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика