МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Ҡоштар беҙҙең дуҫтар

      15 ғинуар, ҡышлаусы ҡоштар көнө булараҡ билдәләнә. Ошо уңайҙан Ҡолғана ауыл китапханаһы уҡыусылар араһында "Тағараҡ" акцияһы иғлан итте. 20 ғинуар көнө экологик акцияла ҡатнашыусылар китапханаға төрлө формала эшләгән тағараҡтарын алып килделәр һәм Башҡорт Дәүләт Тәбиғәт Ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә урманға барып, ағастарға урынлаштырып сыҡтылар. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре балаларҙы айырыуса һаҡланған биләмәләр эсендәге тәртип һәм үҙҙәренең ҡурсаулыҡ буйынса яҙылған фәнни хеҙмәттәргә башланғыс булып тороусы көндәлек дәфтәрҙәре менән таныштырып сыҡтылар. Балалар өсөн бик күңелле һәм фәһемле осрашыу өсөн ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре: Килдейәров Иршат һәм Илфат Хәжиәхмәт улдарына, Яҡупов Марат Мөхәмәтша улына, Хәйбуллин Фуат Сабрахман улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ. Беҙҙе яҙ үҙҙәренең моңло йырҙары менән ҡыуандырһындар өсөн ҡоштарҙы ҡыш ашатыу мөһим икәнлеген яҡшы аңлай балалар.

                   

  

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
2 + 8 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика