МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Комсомол - һин үлемһеҙ бөйөк халҡымда!

       Мәғлүм булыуынса, 29 октябрҙә Бөтә Союз Ленинсы Коммунистик йәштәр Союзы ойошторолоуына 100 йыл туласаҡ.
      Әтек ауыл китапханасыһы һәм ауыл мәктәбенең өлкән вожатыйы Зөлфиә Исламова “Комсомол - һин үлемһеҙ бөйөк халҡымда! ” исемле осрашыу - кисә үткәрҙе. Кисәгә 6 - 9 синыф уҡыусылары һәм элекке комсомолдар, әлеге көндә мәктәптә эшләгән уҡытыусылар Зайнулла Хәкимов, Розалия Иҙрисова, Грецу Михаил саҡырылды. Улар комсомолдың күңелдәренда ниндәй хәтирәләр ҡалдырыуын, тәрбиәү яҡтан әһәмиәте тураһында һөйләнеләр һәм комсомол булараҡ йәш быуынға әйтер һүҙҙәрен еткерҙеләр. "Комсомол - һин йәшлегем" исемле презентация, ҡурҡыу белмәҫ батыр ҡыҙ Ульяна Громова тураһында документаль фильм күрһәтелде. Әтек ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һәм уҡытыусыларҙың башҡарыуында “Прощальная комсомольская" йыры сараға тантаналыҡ өҫтәп ебәрҙе. Кисә аҙағында уҡыусылар “Наза” көйөнә таҡмаҡ әйтеп бейенеләр.
      Комсомол ғүмере үҙе бер китап, ә уның үткән юлы - оло хеҙмәт, ә һәр бер бите – үҙе бер тарих. Тарихтых да ниндәйе! Данлы, шанлы йылдар...
      
 
 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
3 + 11 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика