МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Китапханаларҙа - "Театр төнө"

         20 сентябрь көнө, Әтек ауыл китапханаһында "Театр төнө" үтте. Әкиәт геройҙары Мальвина һәм Буратино балаларҙы серле театр иленә саҡырҙы. "Театр арбаһы" на ултырып, "Мөғжизәле театр донъяһы" на сәйәхәткә сығып, белемдәрен байыттылар һәм белгәндәре менән уртаҡлаштылыр. Шулай уҡ ҡурсактар ярҙамында Шарль Перроның "Ҡыҙыл ҡалпаҡ" һәм рус халыҡ әкиәте "Төлкө, ҡуян, әтәс" исемле әкиәт күрһәтеүҙә, "өләсәй" ролендә үҙҙәренең актерлыҡ оҫталыҡтарын һынап ҡаранылар.

 

      20 сентябрь көнө Байназар ауыл китапханаһы ла "Театр төнө" акцияһына ҡушылды.

 

           

      Республика сиктәрендә үткән "Театр төнө" акцияһына Исламбай ауыл китапханаһы ла ихлас ҡушылды. Акция маскалар парады мҽнән башланып киттҽ. Уҡыусылар үҙҙәрҽнҽң яратҡан әкиәт, йәнһүрәт гҽройҙарының маскаларын кҽйҽп "маскалар парад"ын да үҙ эштәрҽн күрһәтҽп үттҽләр, маскаларын яҡлап сығыш яһанылар. Шулай уҡ "Йәнһүрәттәрҙҽ яҡшы беләһеңме?" исемле викторина, һүрәттәрҙән әкиәт гҽройҙарын таныу һәм төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо. Ололар өсөн "Cпҽктакль сәхнәгә сыҡҡансы кҽмдәр уның өҫтөндә эшләй йәки спҽктаклдҽ кҽмдәр тыуҙыра?" исҽмлҽ ҡыҙыҡлы һәм фәһҽмлҽ һөйләшҽү булды. Шулай уҡ "Тҽатр тураһында беләһеңме?" исемле викторина һорауҙарына яуап эҙләнҽләр һәм башҡа ҡыҙыҡлы уйындар уйнап, рухи көс, дәрт алып таралышты тамашасылар.

      Килдеғол ауылы китапханаһында «Театр төнө» мәҙәни акцияһы сиктәрендә балалар өсөн күңел асыу саралары бик күңелле үтте. Әкиәт геройҙары Ҡыҙыл Ҡалпаҡтың, мәскәй әбей менән бабайҙың, ай ҡыҙы Зөһрәнең килеп ҡушылыуы байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Балалар төрлө күңелле уйындар уйнанылар, театр йылына арнап үткәрелгән "Мөғжизәләр яланы" уйынында ҡатнаштылар.
     Шулай уҡ акция сиктәрендә ололар өсөн дә өс турға бүленеп "Мөғжизәләр яланы" уйынын уйнаныҡ. Уйында ҡатнашыусылар Халыҡ-ара театрҙар көнөнә арналған һорауҙарға яуаптар табып, бик ихлас ҡатнаштылар.

    Республика сиктәрендә үткән "Театр төнө" акцияһына Аҫҡар ауыл китапханаһы ла ихлас ҡушылды. Балалар өсөн “Мөғжизәле театр доньяһы” исемле күңелле сара үткәрелде. Кескәйҙәргә театр доньяһы, кемдәр эшләүе, ҡасан барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырғандан һуң ,төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙар, мауыҡтырғыс уйындар менән дауам итте был сара. Балаларға бигерәк тә төрлө йәнһүрәт,  әкиәт геройҙары булып маска кейеп сығыш яһауҙары бик тә оҡшаны. Ә инде оло класс уҡыусылары “Бөтәһе лә театр хаҡында” исемле викторина һорауҙарына яуап эҙләнеләр.Был йәнле сара барыһына ла бик оҡшаны.

      “Театр төнө” акцияһы сиктәрендә үҙәк китапхана Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусылары өсөн “Тылсымлы театр донъяһы” тигән мәғлүмәт сәғәте үткәрҙе. Китапханасы Башҡортостан театрҙары тураһында белешмә бирҙе, үҙебеҙҙең райондан сыҡҡан актерҙарҙың ижадына байҡау яһаны, театр этикеты хаҡында һөйләне. Һуңынан уҡыусылар “Театрға барырға әҙерһеңме?” тигән тест һорауҙарына яуап бирҙеләр.

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
3 + 4 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика